Википедия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Wikipedia wordmark

Википедия (ингл. wikipedia Loudspeaker.png  әйтелеше (белешмә • ярҙам)) — бихисап телдәрҙә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың тыуған телендә ирекле ҡулланыуға сығарыу урыны. http://www.wikipedia.org/ интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адреслы. Башҡорт телендәге бүлек http://ba.wikipedia.org адресында.

Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһын уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донья күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедия фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штаты Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән, шулай уҡ фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәгә эшмәкәрлеккә фонд ҡыҫылмай һәм үҙ сәйәсәте менән баҫым яһамай. Википедияның эстәлеге ирекле һәм уға бөтә донъя кешеләре хужа булып тора. Википедия эсендә алып барылған эшмәкәрлеккә ҡулланыусылар үҙ аллы идара итә.

Википедияның иң мөһим үҙенсәлеге булып уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуҙа. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Шулай уҡ Википедия сайтында теркәлеү мотлаҡ түгел. Әммә иҫәп яҙыуын теркәгән осраҡта ҡулланыу уңайлыҡтары арта.

Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың тыуған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең тыуған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр бер кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә һәм һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, доңъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит тел телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйәсәк. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн телде ҡулланыу даирәһе арта.

Википедия эләге көндә донъя халыҡтарының 285 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 38 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 23 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә - 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерлад телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллионға яҡынлаша.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып ете меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, һуңғы утыҙ көндә 50-нән ашыу теркәләгән мөхәррир берҙән һәм унан күберәк өҫтәмә индергән. Википедияның башҡорт теле бүлегендә әлеге ваҡытта 32 593 мәҡәлә бар. Һуңғы йылда бүлектә мәләләләр һанының һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә.

Төп биш ҡағиҙә[үҙгәртергә]

Википедияла, һәр бер тел бүлеге өсөн мотлаҡ булған, төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән һәм һәр бер тел бүлеге өсөн үҙенсәлекле.

Википедия тигән һүҙ ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө ул энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған биш ҡағиҙәнең беренсеһе.

Теләгә булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра ала. Шулай уҡ Википедияла әлегә тиклем булмаған яңы төшөнсә буйынса мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия эстәлеген камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был шарт Википедияның бәтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған икенсе төп ҡағиҙә.

Википедиялағы булған бар мәғлүмәт теләге булған һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла, камиллаштырыла. Шуға күрә Википедияла мәҡәләләрҙең айырым авторы юк. Мәҡәлә авторҙары булып ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы иҫәпләнә. Википедияла мәҡәләләр тулыландырып, камиллаштырып торғанлыҡтан кемдеңдер авторлығанда яҙылған мәғлүмәттең бермә-бер күсермәһен ҡуйырға ярамай. Әммә ул авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап Википедияға яңы эстәлек индерергә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтары булған әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айрым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәнең өсөнсөһе.

Википедия менән тәҡдим ителгән ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә ҡулланыған кешеләр булыуы ихтимал, әммә уларҙың ҡылығы яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. "Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, ихтибарлы булығыҙ" тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.

Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һөр кеше үҙ тәҡдимен индереп йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итәһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырҙан тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.

Тарих[үҙгәртергә]

Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған

Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған. Ә Нупедия ул саҡта инглиз телендәге бушлай, он-лайн энциклопедия проекты булған. Нупедияллағы бөтә мәҡәләләр Bomis inc. тарафынам яҙылған һәм ул хужа булған. Ошо компанияның төп кешеләре булып Джимми Уэльс, Bomis (башҡарыусы директор) һәм баш мөхәррир - Лари Сэнгер торғандар. Шунан Нупедияның лицензияһы асыҡ контентлы лицензияға үҙгәртелгән булған - GNU Free Documentation License.

Лари Сэнгер һәм Джимми Уэльс Википедияға нигеҙ һалыусылар[1][2]. 2001 йылдың 15 ғинуарында Википедия ғәмәлғә индерелгән. Ул www.wikipedia.com адресында инглиз телендәге издание кеүек башланып киткән[3].

2001 йылдың аҙағында википедия 18 телдәге 20 000 биттәргә тиклем уҫешкән. 2002 йыл аҙағында 26 телдә, 2003-сө йыл аҙагыңда 46 телдә, һәм 2004 йыл аҙағында 161 телдәрҙә яҙылған булған[4]. 2009 йылдың август айында инглиз Википедияһы 3 миллион мәҡәлә иҫәпләнгән[5].

Википедияның 10-сы «тыуған көнө»[үҙгәртергә]

2011 йылдың 15 ғынуарында Википедия 10 йыллыҡ байрам үткәргәндә ҡулланған логотип

2011 йылдың 15 ғинуарында Википедия 10 йыллыҡ байрамын үткәргән. Ошо байрам тарафына махсус логотип эшләнгән булған, һәм ул 2011-се йылдың 15-се ғинуарында көн буйы стандарт логотип урынында торған булған.

Башҡорт телендәге Википедияның мәҡәлә һаны 32 593.

Туғандаш проекттар[үҙгәртергә]

  • Викикитап Дәреслектәр һәм ҡулланмалар
  • Викияңылыҡтар Яңылыҡтар донъяһы
  • Викитөрҙәр Биологик төрҙәр
  • Викиверситет Ирекле университет

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Иҫкәртмә[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  1. Jonathan Sidener. Everyone's Encyclopedia, The San Diego Union-Tribune (Ҡалып:Str ≠ len). Проверено 15 октябрь 2006.
  2. Meyers, Peter. Fact-Driven? Collegial? This Site Wants You, New York Times, The New York Times Company (Ҡалып:Str ≠ len). Проверено 22 ноябрь 2007. « 'I can start an article that will consist of one paragraph, and then a real expert will come along and add three paragraphs and clean up my one paragraph,' said Larry Sanger of Las Vegas, who founded Wikipedia with Mr. Wales.».
  3. Wikipedia: HomePage. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 март 2001. 31 март 2001 тикшерелгән.
  4. "statistics Multilingual statistics. Wikipedia (March 30, 2005). 26 декабрь 2008 тикшерелгән.
  5. Bobbie Johnson. Wikipedia approaches its limits.