Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 33 146 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
British Troops Marching in Mesopotamia.jpg

Беренсе донъя һуғышы1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән глобаль һуғыш. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыуына тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән, башҡорт әҙәбиәтендә башлыса «Герман һуғышы» исеме аҫтында телгә алына. Был һуғышта донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән Короллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан торған Антанта һәм Германия, Австро-Венгрия һәм Италиянан торған Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Был альянстарға һуғышҡа һуңыраҡ ҡушылған дәүләттәр ҙә кергән: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Болгария тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Buchdrucker-1568.png

Китап баҫыу — баҫма продукция етештереҡ процессы. Термин ғәҙәттә тарихи мәғәнәлә ҡулланыла.

Китап баҫыу ике мәртәбә уйлап сығарыла: Ҡытайҙа һәм урта быуаттағы Европала. Ҡайһы бер мәғлүмәтәр буйынса Ҡытайҙа китап баҫыу Б.Э.Т 581 йылда (Julien, «Documents sur l’art d’imprimerie»), ә Ҡытай мәғлүмәттәре буйынса 936 һәм 993 йылдар араһында уйлап тапҡандар (ҡарағыҙ Дүрт бөйөк асыш 868 йылда баҫылған Алмаз сутраһы тигән будда тексы, теүәл датаһы ҡуйылған беренсе баҫма булып һаҡлана.

Текст, рәсем һәм һүрәттәрҙе даналап баҫыу техникаһы бөтә Көнсығыш Азияла киң ҡулланыла. Туҡымаға һәм һуңыраҡ ҡағыҙға баҫыу ысула Боронғо Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көнгә тиклем һакланған туҡымаға баҫыу өлгөләре Ҡытайҙа эшләнгән һәм б.э.т 220 йыл тип даталанған. Көнбайышта баҫылған баҫма өлгөләре Боронғо Мысырҙа Рим идараһы ваҡытына ҡарай.

Беҙҙең көндәрге тиклем һаҡланған иң тәүге баҫма гравюра Ҡытайҙа Хан династияһы дәүеренә ҡарай, улар рәсемдең күсермәһен ебәккә өс төҫ менән баҫҡандар. Ҡағыҙға баҫыуҙың иң тәүге өлгөһө лә Ҡытайҙыҡы, ул VII быуатҡа ҡарай.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Яңы мәҡәлә
Бөгөн: 20 октябрь
  • БМО Халыҡ-ара статистика көнө.
  • Ер Халыҡ-ара авиадиспетчер көнө.
  • Рәсәй флагы Рәсәй — Хәрби элемтәсе көнө.
  • Сербия Сербия — Белград көнө.

Үҙгәртеү | 21 октябрь

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Туғандаш проекттар:
Төрки телдәрендәге бүлектәр:
ӘзербайжансаҒағаузсаҠаҙаҡсаҠараҡалпаҡсаҠарасай-балҡарсаҠырғыҙсаҠырымтатарсаСыуашсаСахасаТатарсаТөрөксә
ТөрөкмәнсәТывасаУйғырсаҮзбәксә
View-refresh Gion-2.svg Яңыртырға