Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 35 038 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Hugo Chávez (02-04-2010).jpg

У́го Рафаэ́ль Ча́вес Фри́ас (исп. Hugo Rafael Chávez Frías, МФА(исп.): [ˈuɣo rafaˈel ˈtʃaβes ˈfɾi.as]; 28.07.1954, Сабанета — 05.03.2013, Каракас) — Венесуэланың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, 1999—2013 йылдарҙа Венесуэла президенты, 2007—2013 йылдарҙа Венесуэла Берҙәм социалистик партияһы башлығы.

Уго Рафаэль Чавес Фриас 1954 йылдың 28 июлендә Венесуэланың Баринас штатындағы Сабанета ҡалаһында тыуа. Атаһы Уго де лос Рейес Чавес афро-һинд сығышлы, бер аҙ ғына испан ҡаны ҡушылған. Әсәһе Елена Фриас де Чавес — креолка. Чавестың биш ир туғаны була, бер туғаны сабый сағында уҡ мәрхүм булған.

Чавес һауа-десант частарында хеҙмәт итә, десантсыларҙың ҡыҙыл береты уның образының ғүмерлек һыҙаты булып ҡала. 1982 йылда (академияла уҡыған сағында тип тә әйтәләр) Чавес хеҙмәттәштәре менән COMACATE (кесе офицер чиндары атамаларындағы беренсе-икенсе хәрефтәрҙән төҙөлгән аббревиатура) тигән йәшерен ойоша төҙөй. Аҙағыраҡ COMACATE Революцион боливарсылар хәрәкәте тип үҙгәртелә исп. (Movimiento Bolivariano Revolucionario), уға Латин Америкаһының бойондороҡһоҙлоғо өсөн алыштар батыры Симон Боливар исеме бирелә.

Уңышһыҙ иҡтисади реформа халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Төрлө сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Кесе офицерҙар подполковник Уго Чавес ҡулы аҫтына туплана. 1992 йылдың 4 февралендә Чавес дәүләт түңкәрелеше ойоштора, ләкин уңышһыҙлыҡҡа тарый.

↪ дауамы...

Исемлек (35) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Портрет Акмуллы.jpg

Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 1831 йылдың 14(27) декабре, Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Туҡһанбай ауылы — 1895 йылдың 8(20) октябре, Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Һарыҫтан ауылы янында) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә(урыҫ.)баш. тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.

Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 14 (26) декабрь 1831 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улысының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була. 1843 йылда Мифтахетдиндың ҡартатаһы — указлы имам Ишҡужа Ишбулды улы вафат булғас, уның вазифаһын өлкән улы Камалетдин башҡара башлай. Ғилми әҙәбиттәге әсәһе Бибиөмөгөлдең бик иртә үлеүе (йә булмаһа икенсе иргә китеүе) һәм буласаҡ шағирҙың үҙ сиратында етем ҡалыуы тураһындағы раҫлауҙар дөрөҫ түгел, сөнки архив документтары буйынса Мифтахетдинға 19 йәш сағында әсәһе Бибиөмөгөл иҫән булған, әммә 1859 йылғы X ревизияла уның әсәһе күрһәтелмәгән.

↪ дауамы…

Исемлек (62) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Башҡорт уғы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (4) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Nugush River in Meleuzovsky District.jpg
Нөгөш йылғаһы. Мәләүез районы, Башҡортостан.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 5 сентябрь

Үҙгәртеү | 6 сентябрь

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Өмә

Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө тураһында мәҡәләләр яҙыу һәм яҡшыртыу маҡсаты менән өмә иғлан ителә. Унда ҡатнашырға саҡырабыҙ

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Викиһүҙлек Викиөҙөмтә Дәреслек Викитөрҙәр Викияңылыҡтар Сәйәхәт Викимилек Мета-вики Университет Викикитапхана Мәғлүмәт Инкубатор
Һүҙлек Өҙөмтә Дәреслек Төрҙәр Яңылыҡтар Сәйәхәт Милек Мета Университет Китапхана Мәғлүмәт Инкубатор