Венгрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Венгрия, Мадьярстан
Magyarország
Венгрия Венгрияның гербы
Венгрияның флагы Венгрияның гербы

Координаталар: 47°29′53″ с. ш. 19°02′24″ в. д. / 47.49806° с. ш. 19.04000° в. д. / 47.49806; 19.04000 (G) (O)

Гимн: «Himnusz»
EU-Hungary.svg
Венгрияның (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел)
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 17 октябрь 1918 (Австро-Венгрия дәүләтенән)
Рәсми тел Венгр (мадьяр)
Баш ҡала Будапешт
Эре ҡалалары Будапешт, Дебрецен, Мишкольц, Сегед, Печ, Дьёр, Ниредьхаза, Кечкемет, Секешфехервар
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Янош Адер
Виктор Орбан
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 109
93 030 км²
0,74%
Халыҡ
• Баһалау (2009)
Иҫәпләү (2011)
Тығыҙлыҡ

9 982 000[1] кеше (Урыны: 83)
10 014 324[2] кеше
107,7 кеше/км² (Урыны: 94)
ЭТП (ҺҺТ)
  • Барлығы (2011)
  • Йән башына

196,196 млрд.[3] $ (Урыны: 54)
19 647[3] $
КПҮИ (2008) 0,805[4] (очень высокий[4]) (Урыны: 36)
Этнохороним Венгр (мадьяр)
Валюта Венгр форинты (HUF, 348)
Интернет-домены .hu, .eu
Телефон коды +36
Сәғәт бүлкәте +1 (CET)

Ве́нгрия (Мадьярстан, венг. Magyarország) — Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. 2004 йылдан алып Европа Берләшмәһе ағзаһы. Словения, Австрия, Украина, Румыния, Сербия һәм Хорватия илдәре менән сиктәш.

Этимологияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡорт телендә венгр атамаһы урыҫ теленән күскән. Башҡорт ғалимдарының күбеһе мадъяр атамаһын ҡуллана. Урта быуатта ғәрәп ғалимдары (Ибн Саид аль-Магриби, Абу-ль-Фид, Закарийа ибн Мухаммед ал-Казвини һ.б.) мадъярҙарҙы «башҡорт» тип атай. Европа телдәрендә ошондай формалар осрай: франц. hongrois, нем. Ungar(n), ингл. Hungarian(s), швед. ungrare

Башҡортостан менән Венгрия бәйләнештәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән Венгрия бәйләнештәре РФ һәм В. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР Мәҙәниәт министрлығы м‑н В. Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлығы араһында мәҙәни хеҙмәттәшлек, БР А.х. министрлығы м‑н В. «Баболна» фирмаһы араһында хеҙмәттәшлек (икеһе лә — 1993), БР Хөкүмәте м‑н В. Иҡтисад һәм транспорт министрлығы араһында иҡт. хеҙмәттәшлекте үҫтереү (2007) һ.б. т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. В. Президентының (1993), В. РФ‑тағы сауҙа вәкиле етәкс. (2003, 2004), В. РФ‑тағы илсеһе етәкс. (2004) делегацияларҙың һ.б. Башҡортостанға рәсми визиттары; БР Хөкүмәте даирәләре вәкилдәренең (2002, 2008, 2009), ЮНЕСКО эштәре б‑са БР Комитеты делегацияһының (2011) В. визиттары ойошторолған. 1997—2010 йй. БР‑ҙың Австриялағы вәкиллеге бер үк ваҡытта БР‑ҙың В. вәкиллеге булып тора. 1992 —97 йй. Өфөлә В. РФ‑тағы сауҙа вәкиллегенең Төбәк бүлексәһе эшләй. БР‑ҙың БДБ-нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә В. өлөшөнә 1,8 % тура килә (2009). БР м‑н В. араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 77,4 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 11,7 тапҡырға күберәк). БР‑ҙың В. экспорты — 74,9 млн доллар (2000 й. — 4,3 млн доллар); уның тауар структураһында — химия продукттары, каучуктар, металдар һәм металл изделиелар, машиналар, ҡорамалдар, транспорт. В. медикаменттар, аҙыҡ-түлек, производство технологиялары импорты 2,5 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 2,3 млн доллар). 2004 й. ҡарата БР терр‑яһында В. капитал йәлеп итеп, 6 берлектәге предприятие эшләгән. БР тауар етештереүселәре «FOODAPEST—2003» халыҡ-ара күргәҙмәһендә (Будапешт) ҡатнаша. «Медтехника» ДУП‑ы тарафынан В. «Медикор» фирмаһы м‑н берлектә 6 рентген диагностикаһы комплексы яңыртыла. 1994 й. В. 250 белгес, улар иҫәбендә А.х. министрлығы һәм БР МК хеҙм‑рҙәре, белем ала. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — А.Йожеф ис. Сегед ун‑ты м‑н (1981 й. алып), Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты, БДУ — В. ФА‑ның Ҡаты есем физикаһы һәм оптика ин‑ты м‑н (20 б. 90‑сы йй. алып), ӨДНТУ Мишкольц ун‑тының Нефть инженерлыҡ ин‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә. В. делегаттары һәм ҡунаҡтары 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу байрамында (2004) ҡатнаша. 2010 й. ТТӘИ ғалимдары Ф.Ғ.Хисамитдинова һәм Р. М.Йосопов В. үткән Оло төрки халыҡтар ҡоролтайында ҡатнашҡан.

Венгрҙар тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡортостан территорияһында 7 —9 бб. боронғо венгрҙар йәшәгәнлеге хаҡында фараз бар. 1235 —37 йй. венгр монахы Юлиан, тарихи ватанын эҙләп, Волга буйында һәм Уралда сәйәхәт иткән. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Башҡортостан терр‑яһында Австро-Венгрия империяһының хәрби әсирҙәре тотолған. В. К.Блюхер отрядында 500‑ҙән ашыу венгр һуғышҡан. Икенсе донъя һуғышы йылдарында БАССР‑ҙан сыҡҡан яугирҙар, улар иҫәбендә Советтар Союзы Геройҙары Ғ.Ш.Арыҫланов, Н. В.Бедренко, А. С.Горин, А. А.Пантелькин, И. М.Силантьев, М. Х.Сыртланова, И. М.Цыбин, Дан орд. тулы кавалерҙары В. М.Варфоломеев, Г. М.Подденежный, В. немец-фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. 70‑се йй. БАССР нефтселәре — В. нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм үҙләштереүҙә, химиктары Девна ҡ. сода з‑дында производство процесын эшләүҙә ҡатнашҡан. Салауат техник быяла з‑дында (ҡара: «Салаватстекло») венгр белгестәре стакан етештереү линияһын урынлаштырған. 1978 й. В. вәкилдәре Күмертау ҡ. роторлы экскаватор машинистарының халыҡ-ара оҫталыҡ конкурсында ҡатнаша.

19 —20 бб. венгр тикшеренеүселәре А.Вамбери, Г.Надь, Д.Дьёрффи, Э.Мольнар, Г.Веконь, И.Эрдейи, И.Фодор, Д.Немет, Й.Торма, П.Хайду, И.Вашари һ.б. хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этногенезы, венгр һәм башҡ. ҡәбиләләренең бер-береһенә йоғонтоһо һ.б. мәсьәләләр ҡарала. 20 б. башында Д.Месарош Көньяҡ Уралға экспедиция барышында экспонаттар йыйған, улар Венгрия этнография музейында һаҡлана (ҡара: Этнографик коллекциялар). В.Проле башҡ. телен һәм фольклорын өйрәнгән һәм «Башҡорт теленең грамматикаһы» (1903—04; Будапешт, венгр телендә) китабын яҙған. 30 —40‑сы йй. Венгрия милли этнография музейының (Будапешт) көнсығыш бүлеге м‑н Ғ.Ғ.Тағанов етәкс. итә. Башҡ. халыҡ әкиәттәре, М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы — венгр теленә, венгр халыҡ әкиәттәре, Ш.Петёфи шиғырҙары, Ш.Надь хикәйәләре башҡорт теленә тәржемә ителгән. 1983 й. В. үткән Халыҡ-ара фольклор бейеүҙәре фестивалендә С.Юлаев ис. мәҙәниәт һарайы ансамбле (ҡара: Мираҫ) — диплом һәм тамашасы һөйөүе призы, ҡурайсы Ю. И.Ғәйнетдинов фестивалдең иң яҡшы музыканты дипломы м‑н бүләкләнә. 1993 й. Башҡортостанда Венгрия Республикаһы көндәре үтә. 1995 й. «Урал —Венгрия» маршруты б‑са Өфөлә старт алған атлы экспедиция үткәрелә. 2011 й. Стәрлетамаҡ драма театрында венгр драматургы Д.Урбан пьесаһы б‑са «Бөтә сысҡандар ҙа сыр ярата» («Все мыши любят сыр») спектакле ҡуйыла.

БР‑ҙа 35 венгр йәшәй (2010). 1992 —97 йй. БР‑ҙа «Башҡортостан—Венгрия» йәмғиәте булған, В. 1994 й. башлап Венгр-башҡорт дуҫлығы йәмғиәте эшләй.

Байрамдары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Фаршанг — венгр масленицаһы.
  • Пасха
  • Раштыуа
  • Изге Иштван көнө — 20 август билдәләнгән Венгрияның төп байрамы.
  • Венгерской революции 1848 йылғы Венгрия революцияһының көнө — 15 март билдәләнә.
  • Хеҙмәт байрамы — 1 май.
  • Венгрия Республикаһы көнө.

Галерея[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Вышеград һәм Дунай панаромаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Hungarian Central Statistical Office. Retrieved 2008-12-19.
  2. [http://epp.eurostat.ec.europa.eu/tgm/table.do?tab=table&init=1&language=en&pcode=tgs00079&plugin=1 Population and living conditions in Urban Audit cities, core city Total population in Urban Audit cities], eurostat.
  3. 3,0 3,1 Report for Selected Countries and Subjects
  4. 4,0 4,1 Human Development Index and its components

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]