Баш ҡала

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Баш ҡала — Бер дәүләттең йәки административ берәмектең (өлкә, край, автоном республика, провинция, штат, департамент) төп ҡалаһы. Ғәҙәттә, идара итеү һәм власть (хакимиәт) юғары органдары урынлашҡан була: дәүләт (территория) башлығының (монархтың, президенттың, губернаторҙың) резиденцияһы, парламент, үҙәк министрлыҡтар һәм идарасылыҡтар, Юғары суд. Быларҙың ҡайһы берҙәре дәүләттең башҡа ҡалаларында ла урынлашыуы мөмкин.

Ҡайһы ваҡытта башҡала статусы буйынса бойондороҡһоҙ административ йәки федератив берәмек була ала.