Гана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Гана Республикаһы
ингл. Republic of Ghana
Гана Гана гербы
Гана флагы Гана гербы

Координаталар: 7°41′00″ с. ш. 0°59′00″ з. д. / 7.68333° с. ш. 0.98333° з. д. / 7.68333; -0.98333 (G) (O)

Девиз: «Freedom and Justice (ингл. азатлыҡ һәм Ғәҙеллек
Гимн: «God Bless Our Homeland Ghana»
Location Ghana AU Africa.svg
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 6 март 1957 (Бөйөк Британиянан дәүләтенән)
Рәсми телдәр
Баш ҡала Аккра
Эре ҡалалары Аккра, Тамале, Кумаси, Болгатанга.
Идара итеү формаһы Президент республикаһы
'
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 77
238 540 км²
3,5
Халыҡ
• Баһалау (2009)
Тығыҙлыҡ

24 233 431 кеше (Урыны: 48 ehsy)
88 кеше/км²
КПҮИ  Ҡалып:▲ 0.541 (Урыны: 135)
Валюта Седи (GHC, код 288)
Телефон коды +233
Сәғәт бүлкәте UTC+0

Гана (ингл. Ghana) йәки Гана Республикаһы (ингл. Republic of Ghana) — көнбайыш Африкалағы дәүләт. Милләтәрҙең дуҫлыҡ берләшмәһенә керә.

Көнбайыштан Кот-д’Ивуар, төньяҡтан Буркина-Фасо, көнсығыштан — Того менән сиктәш. Көньяҡтан Гвинея ҡулығы менән йыуыла.

География[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Рельеф[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ил территорияһы — тигеҙлек, урыны менән ҡалҡыулыҡтар. Тигеҙлектең төньяғында урманлы плато урынлашҡан. Илдең көнсығышында Того таулығының илдә иң бейек түбәһе Афаджото (885 м) урынлашҡан. Төньяҡараҡ, Нампонг һикәлтәһенән өҫтәрәк, урман һирәгәйә һәм ҡыуаҡлы әрәмәлек менән алышына. Артабан төньяҡҡараҡ, Гамбага һикәлтәһе буйлап туҡлыҡлы тупраҡлы асыҡ саванналар башлана.

Климат[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Кумаси ҡалаһы климатограммаһы

Гана ямғырлы һәм ҡоро миҙгелдәр алышынып торған тропик бүлкәттә урынлашҡан. Йылдың ҙур өлөшөндә һауа торошо ҡоро тора. Климат экваториаль-муссонкөньяҡ-көнбайышында экваториальға күсеүсән. Тәбиғи күҙлектән баһалығанда Гана көньяҡ һәм төньяҡҡа бүленә. Көньяғында климат дымлы, йырып үткеһеҙ мәңге йәшел тропик урманлы. Төньяғы саванна һәм ҡыуаҡлыҡлы ҡоро район.

Ноябрь-февраль айҙарында төньяҡтан ҡоро, туҙанлы «харматтан» еле иҫә, әммә диңгеҙ буйында ул һиҙелмәй. Ямғырҙар осоронда көньяҡ-көнбайыш өлөшө иң яуым-төшөмлө өлкә булып тора (йыллыҡ яуым-төшөм 2000 мм). Температура йыл әйләнәһенә юғары. Тик төньяғында ғына төндә түбәнәйә. Айлыҡ уртаса температура 28°С — 30°С тирәһе. Төньяҡта диңгеҙ буйы һәм урманлы райондарҙа 16°С-ҡа тиклем төшөҡә мөмкин.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Илдә үҫемлектәрҙең күпселеге юҡҡа сыҡҡан, тик көньяғында ғына, мамыҡ ағасы, ҡыҙыл ағас, цедрела үҫкән, урмандар һакланып ҡалған. Илдең өстән ике өлөшөн тулыһынса үлән һәм һирәк осрай торған ағастар ҡаплаған саванна алып тора. Ерҙәрҙе үҙләштергәндә фауна ла зыян күргән, тик леопард, гиена, лемур, буйвол, фил, антилопа, маймыл кеүек һөтимәрҙәр һаҡланып ҡалған. Илдә һөйрәлеүселәр күп: күҙлекле йылан, питон, мөгөҙлө ҡарайылан һ.б.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Алтын яр күрһәтелгән 1729 йылғы карта

Европалылар килгәнсе хәҙерге Гана биләмәһендә XV быуат ҡәбиләләр берләшмәһә һәм урындағы дәүләт ойошмалары булған, шуларҙың иң ҙуры Ашанти федерацияһы.

1482 йылда яр буйына портулалдар килеп төшә. Улар Эльмин крепосын, һуңынан Аксим, Шама һәм башҡа крепостар төҙөй. Португалдар илдән алтын һәм колдар сығаралар (ул ваҡытта ил Алтын Яр тип атала).

Алтын Яр байлығы башҡа Европа дәүләтәрен йәлеп итә — Нидерландтар, Швеция, Дания, Пруссия, Британия. XVI быуатта сығарылған алтын донъяла табылған алтындың 10 % тәшкил итә.

XIX быуат урталрына Бөйөк Британия Алтын ярҙан башҡа конкуренттарҙы ҡыуып сығара, 1844 йылда инглиз губернаторы фанти халҡының яр буйындағы хакимдәре менән, уларҙы британ протекторатына алыуы тураһында килешеү төҙөй.

Ашанти дәүләте британдарҙы материк эсенә үткәрмәү өсөн ҡаршылыҡ күрһәтә. 1896 йылда Ашати британ протектораты тип иғлан ителә, 1901 йылда Алтын Ярға ҡушыла.

1940-сы йылдарҙа Алтын Яр халҡының азатлыҡ өсөн көрәше көсәйә. Кваме Нкрума етәкселегендәге көрәш бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү менән тамамлана. 1957 йылдың 6 мартынан ил Гана тип атала. увенчалась провозглашением независимости. С 6 марта 1957 года страна стала именоваться Ганой.

Кваме Нкрума сәйәсете социалистик илдәргә, беренсе сиратта СССР һәм Ҡытайға йүнәлтелгән.

1966 йылда Нкруманы офицерҙар төркөмө властан төшөрә. Бынан һуң илдә бер-береһен алыштырған хунта һәм граждардар хөкумәте алыштыра.

Рәсәй менән (СССР) дипломатик мөнәсәбәттәр 1958 йылдың 14 ғинуарында урынлаштырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡалып:Страна в темах Ҡалып:Африка Ҡалып:Африка союзы Ҡалып:Халыҡтар дуҫлығы берләшмәһе Ҡалып:Франкофония

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]



Донъя Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.