1 март
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
1 март — григориан стиле буйынса йылдың 60-се (кәбисә йылында 61) көнө. Йыл аҙағына тиклем 305 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- БМО — Халак-ара наркомания һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнө.
- Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1869 — Дмитрий Менделеев химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөй.
- 1918 — «Башҡортостан» һәм Ҡыҙыл таң газеталарының беренсе һаны сыға.
- 1920 — Бурят АССР-ы төҙөлә.
- 2004 — Михаил Фрадков Рәсәйҙең премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1846 — Василий Владимирович Катаринский, лексикографика буйынса ғалим, «Букварь для башкиръ» китабының авторы.
- 1900 — Булат Ишемғол (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов), күренекле башҡорт яҙыусыһы.
- 1923 — Хәким Ғиләжев, күренекле башҡорт яҙыусыһы.
- 1957 — Миңлеханов Рөстәм Нурғәли улы, Татарстан Республикаһының икенсе Президенты (2010 йылдан).