Латин теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Lapis niger (Ҡара таш) – латин телендә яҙылған ҡомартҡылаҙың иң боронғоһо.

Лати́н теле́ иҫке әҙәби башҡортса латын теле (үҙатамаһы lingua latina), – Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөндәге тел. Бөгөнгө көндә берҙәнбер әүҙем ҡулланылған италий теле булһа ла, үле тел булып һанала.

Латин теле ин борондан яҙмаһы булған һиндевропа теле булараҡ билдәле.

Бөгөнгө көндә латин теле "Изге Тәхет"тең (ru:Святой Престол), Ватикан ҡала-дәүләтенең һәм Рим-Католик сиркәүенең рәсми теле булып тора. Европа телдәрендә һәм башҡа телдәрҙәге бик күп һүҙҙәр латин теленән алынған.

Латин әлифбаһы күп телдәр өсөн яҙыу нигеҙе булып тора.