Эстон теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Эстон теле
Үҙатама: Eesti keel
Илдәр: Эстония һ.б.
Рәсми статусы: Эстония, ЕБ
Классификация (?)
Категория: Евразия телдәре
Урал тел ғаиләһе
Фин-уғыр тармағы
Яҙма: латин әлифбаһы (эстон әлифбаһы)
Тел кодтары (?)
ISO 639-1: et
ISO 639-2: est
ISO 639-3: est

Эстон теле — эстон халҡының теле. Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Эстонияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙма латин алфавиты нигеҙендә.

Тел коды — et йәки est (ISO 639).

Эстон теле, балтик буйы фин телендәге ике-өс диалекттың яҡынайыуы иҫәбенә, 12-13 быуатта формалаша. Берҙәм эстон теленең формалашыуына герман һәм балтик буйы телдәре йоғонто яһай.

Баҫым[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Эстон телендә баҫым беренсе ижеккә төшә. Иҫкәртмәләр: aitäh, aitüma, sõbranna, шулай уҡ бер нисә ымлыҡ (мәҫ. ahah, ohoh) — унда баҫым икенсе ижеккә төшә. Яңы сит һүҙҙәрҙә оригиналь баҫымы ҡала (әммә сит телдәрҙән алынған иҫке һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә, мәҫ. vabrik)


Ер шары һәм тел Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.