Рим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Рим
Roma
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил Италия
Регион Лацио
Провинция Рим
Координаталары 41°54′ с. ш. 12°30′ в. д. / 41.900° с. ш. 12.500° в. д. / 41.900; 12.500 (G) (O) (Я)Координаталар: 41°54′ с. ш. 12°30′ в. д. / 41.900° с. ш. 12.500° в. д. / 41.900; 12.500 (G) (O) (Я)
Майҙан 1285 км²
ДКБ 37 м
Халыҡ 2 823 873 кеше (2004)
Тығыҙлыҡ 2197 кеше/км²
Ваҡыт бүлкәте UTC+1, йәй UTC+2
Телефон коды 06
Почта индекстары 00100 (generico), 00121 - 00199
ISTAT коды 058091
Сайт http://www.comune.roma.it/
Рим (Италия)
Рим

Рим (итал. Roma) — Италияның баш ҡалаһы, Рим провинцияһының һәм Лацио өлкәһенең административ үҙәге, Тибр йылғаһы буйында урынлашҡан.

Римгә Фьюмичино ҡалаһы ҡушылып Рим-Фьюмичино агломерацияһы барлыҡҡа килгән. Агломерацияла 3 млн. кеше йәшәй.

Рим — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Боронғо Рим империяһының баш ҡалаһы. Римды йыш ҡына «Мәңгелек ҡала» тип атайҙар, шулай уҡ «Ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тип әйтәләр. Башта ҡала Палатин ҡалҡыулығында урынлашҡан, һуңынан күрше Капитолий һәм Квиринал ҡалҡыулығына күсеп ултырғандар. Бер аҙҙан тағы кеше йәшәгән дурт ҡалҡыулыҡ ҡушылған (Целий, Авентин, Эсквилин һәм Виминал).

Фотографиялар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]