Бөйөк Британия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бөйөк Британия
United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland
Бөйөк Британия флагы Короле Гербы Бөйөк Британия
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия Короле Гербы
EU location UK.png
Милли девиз: «Dieu et mon droit»
Гимн: «God Save the Queen»
Нигеҙ һалынған 1801
Рәсми телдәр Инглиз теле
Башҡала Лондон
Иң ҙур ҡалалары Лондон, Эдинбург
Идара итеү формаһы Конституцион монархия
Дәүләт башлығы
Премьер-министр
Елизавета II
Дэвид Кэмерон
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
77-се/сө/сы урын
244 101 км²
1,3
Халыҡ
  • Барыһы (2005)
  • Тығыҙлыҡ
21- се/сө/сы урын
60 441 457
247 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Кеше башына
6- се/сө/сы урын
1 736 377 млн. $
30 900 $
Валюта Фунт стерлинг (GBP)
Интернет-домен .uk
Телефон коды +44
Сәғәт бүлкәте UTC 0

Бөйөк Брита́ния (ингл. Great Britain), рәсми исеме — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге (ингл. The United Kingdom of Great Britain and Northern Ireland), инглиз телендә Берләшкән Короллек тип аталыуы ла осрай (ингл. United Kingdom) — Төньяҡ-көнбайыш Европалағы дәүләт, БМО Именлек Советы һәм Европа Берләшмәһе ағзаһы.

Башҡалаһы — Лондон. Идара итеү формаһы — парламентлы (конституцион) монархия.

Административ-территориаль бүленеүе формаһы буйынса унитар дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, Англиянан тыш бөтә Берләшкән Короллек өлөштәренең ҙур автономияһы бар.

Берләшкән Короллек Бөйөк Британия утрауында һәм өлөшләтә Ирландия утрауында урынлашҡан. Шулай уҡ Берләшкән Короллеккә инмәгән әммә уның өлөшө булған Британиянан бойондороҡло территориялар һәм Британияның Корона биләмәләре бар.

Майҙаны — 244,9 мең км2. Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83 %), шотландтар (8,6 %), валлийҙар (4,9 %), ирландтар (2,9 %). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.

Ил Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы - НАТО ағзаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1707 йылға тиклем[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Англия гербы, 1558–1603 йылдар

Британ утрауҙарҙарында кешеләр 30 мең йыл элек йәшәгән (Стоунһендж).

Б. э. тиклемге 800—500 йылдарҙа утрауҙа бриттар, кельттар һәм гэлдар йәшәү тураһында мәғлүмәт бар.

Б. э. тиклемге 43 йылда Кентта 4 рим легионы корабльдәрҙән төшә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рим ғәскәрҙәре бриттарҙы һәм кельттарҙы еңеп алда.Рим власы утрауҙарҙа IV быуатҡа тиклем һаҡлана.

V быуатта утрауҙарға герман ырыуҙарҙын береһе — англосакстар күсеп ултыра. Улар бриттарҙы һәм кельттарҙы хәҙерге Уэльс һәм Шотландия территорияһына ҡыуып сығарҙа.

871—899 йылдарҙа Альфред Бөйөк сакстарҙың иң эре дәүләте Уэссексты (артабан Англия Короллеге) төҙөй.Англия КоролеАнглия короллығының юғары титул.Англия монархияһының рәсми мәғлүмәте буйынса беренсе Англия короле Бөйөк Альфред тип һанала. Ул 871-899 йылдарҙа сакстарҙын иң эре дәүләтте (Уэссекс) короле булған.Иң һуңғы Англия королеваһы — Анна. 1707 йылда Шотландия менән берләшкәс уның вазифа исеме — Бөйөк Британия королеваһы тип үҙгәртелә.

1066 йылдарҙа Англия Короллегенә Нормандия герцогы Вильгельм I яулап ала. Норманд династияһы Англияла 1154 йылға тиклем идара итә.

1135 йылда, Генрих I үлгәндән һуң, Матильдана тәхеттән төшөрөү 1135—1154 йылдарҙа Англияла Матильда яҡлылар һәм Стефан Блуаский яҡлылар араһында Граждандар һуғышына килтерә.

1154 йылда граждандар һуғышынан һуң идара иткән династия алмаштырыла. 1154—1399 йылдарҙа короллек менән Плантагенеттар идара итә.

1215 йылда Бөйөк Азатлыҡ Хартия ҡабул ителә.

1337—1453. Йөҙ йыллыҡ һуғыш — бер яҡтан Франция һәм уның союздаштары һәм икенсе яҡтан Англия һәм уның союздаштары араһындағы яҡынса 1337 йылдан алып 1453 йылға тиклем дауам иткән һуғыштар серияһы.

1496 йылда Англия Короле Генрих VII Джон Каботты Азияға яңы юлдарҙы табыу өсөн экспедицияға ебәрә. Атлантик океанды үтеп ул 1497 йылда Ньюфаундлендты аса. Ошо йыл Британ Империяһының тыуыу йылы тип иҫәпләнә. Джон Каботтын экспедицияһы инглиз тарихында Британ утрауҙарҙарынан ситтә булған беренсе вакиға.

1642—1646 йылдарҙа Англияла граждан һуғышы бара.

Ил үҫә. XVII быуатта ысын империяға әүерелә. Британ Империяһы кешелек тарихында иң ҙур дәүләт булған.

1679 йыл — Хабеас корпус актты ҡабул итеү.

1689 — Хоҡуҡтар тураһында биль ҡабул итеү.

1707 йылдан һуң[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1707 йылдың 1 майында Англия Короллеге Шотландия Короллеге менән берләшә. Яңы дәүләттен исеме — Бөйөк Британия.

1800 йылда Ирландия менән берләшеү тураһында уния тыуа. 1801 йылдын 1 ғинуарында дәүләттен исеме — Бөйөк Британияның һәм Ирландияның Берләшкән Короллеге.

1927 Ирландия аҙатлыҡ юлына баҫа. Ләкин төнъяк яғы ҡала. Дәүләттен яңы исеме Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге.

Британ Империяға инғән ерҙәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Европа

Америка

Латин Америка, Атлантика

Африка

Азия

Австралия, Океания һәм Антарктика

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡарма влас[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Суд власы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Юғары суд составында: Юғары суд, Корона суды, Апелляция суды.

Юғары суд[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Юғары суд 80 судъяларҙан тора һәм 3 ботаҡҡа бүленә: король эскәмйәһе (лорд — башсудья етәкселек итә), канцлер эскәмйәһе (вице-канцлер етәкселек итә), ғәйлә эштәре буйынса эскәмйәһе (бүлек рәйесе етәкселек итә). Судьялар барристерҙарҙан ҡуйыла. 1-се инстанцияһында барған эштәрҙе 1 судья ҡарай. Король эскәмйәһе сауҙа, дөйөм хоҡуҡ эштәрей ҡарай. Юғары суд ҡарарға ялыу Аппеляция судына бирелә.

Аппеляция суды[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Корона суды[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Корона суды 1971 йылда төҙөлә һәм енәйәт эштәрҙе ҡара.

Башҡортостан менән бәйләнештәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Бөйөк Британияға визиттар 2000, 2001, 2003—2008 йылдарҙа булды.

Бөйөк Британияның делегацияһы Башҡортостанға 1 тапҡыр ғына 2003 йылда килде (Рәсәйҙәге Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Ҡушма Короллеге илселегенең 1-се секретары һәм Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығының Иҡт. сәйәсәт департаменты вәкиле составында).

Бөйөк Британияның делегаттары 2—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ҡатнаша.

БР-ҙың БДБ-нан башҡа илдәр м н тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Бөйөк Британия өлөшөнә 0,9 % тура килә (2009). БР һәм Бөйөк Британияның тышҡы сауҙа әйләнеше 39,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк).

Экспорт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Башҡортостандан Бөйөк Британияға экспорты — 35,5 млн доллар (2000 йылда — 393,1 млн доллар); Тауар структураһы:

  1. минераль продукттар. Төп экспортёрҙар: Газпром Нефтехим Салауат, Башнефть (Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, Уфанефтехим подразделениялары).
  2. яғыулыҡ
  3. химик продукттар
  4. каучуктар
  5. ағас материалдар
  6. ҡағыҙ изделиелары
  7. машиналар
  8. ҡоролмалар
  9. транспорт саралары

Импорт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Бөйөк Британия Башҡортостанға импортлай:

  1. органик химик берләшмәләр. Төп импортёрҙар: Газпром Нефтехим Салауат, Башнефть (Уфаоргсинтез подразделениеһы).
  2. пластмасса изделиелары, ҡоролмалар
  3. фармацевтика продукция
  4. туҡланыу продукттары

Дөйөм импорты 3,8 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 5,2 млн доллар).

БР ҙа, Бөйөк Британияның капитал йәлеп итеп, 12 берлектәге предприятие эшләгән. БР Сауҙа сәнәғәт палатаһында Бөйөк Британияның мәғлүмәт бюроһы бар.

2004 й. Екатеринбург та ген. консуллыҡ ойошторған Британия төҙөлөш компанияларының мәғлүмәт стенды «Уралстрой—2004» күргәҙмәһендә тәҡдим ителә Бөйөк Британияның ҡайһы бер фирмалары «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш—2004», «Газ. Нефть. Технологиялар—2006» халыҡ ара күргәҙмәләрендә (бөтәһе лә — Өфө) ҡатнаша. Бөйөк Британияның вәкилдәре «Халыҡ ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө—1997» конф. ҡатнаша.

Математика институты ғалимдары Бөйөк Британияның ғалимдары менән INTAS программаһы сиктәрендә бәйләнеш тота;

Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты Уорвик ун тының Масс-спектрометрия ин ты, Биохимия һәм генетика институты Уэльс ун тының Биология фәндәре ин ты һәм Уорвик ун-тының Үҫемлектәр генетикаһы һәм биотехнологияһы бүлеге, Механика институты Лавборо ун ты м н фәнни бәйләнештәр тота, Авиация техник университеты Шеффилд ун-ты, Радиоэлектроника колледжы Блекпул колледжы м н хеҙмәттәшлек итә. 1997 й. БДУ ла инглиз студенттары һәм аспиранттары уҡый.

Башҡортостан менән Бөйөк Британияның күптәнге тарихи бәйләнештәре бар. 1818—28 йй. инглиз банкиры Ралль һәм сауҙагәр Доути Биҙәр заводын тота, 20 б. башында Л.Уркарт Верхнеурал өйәҙендә урынлашҡан завод һәм рудниктарҙың контроль акциялар пакеты хужаһы була.

Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) П. М. Обуховтың Златоуст (Косотур) заводында ҡойолған ҡорос пушкалары (алтын миҙалға лайыҡ була) һәм Ырымбур дебет шәлдәре күрһәтелә.

1841 й. Ырымбур губернаһында шотланд геологы Р.Мурчисондың Уралдың геология, география һәм палеонтологияһы б са мәғлүмәттәр йыйыусы экспедицияһы эшләй; экспедиция һөҙөмтәләре б са «Европа Рәсәйе һәм Урал тауы геологияһы» (1845; инглиз т.) баҫылып сыға.

1880—1900 йй. Европала, ш. иҫ. Б. Б. В. В. Тиманова гастролдә була.

1926 й. БАССР-ҙа инглиз эшселәренең дөйөм забастовкаһын яҡлап 45 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла; ш. уҡ йылда респ. баш күтәреүселәр делегацияһы килә, улар хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһай, респ. хөкүмәте тарафынан ҡабул ителә.

70 се йй. респ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр тиеларына Б. Б. ҡоролмалар килтерелә, уларҙы инглиз белгестәре монтажлап, көйләп, эшләтеп ебәрә. Фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек алып барыла.

Инглиз тикшеренеүселәре Э.Карр, У.Коларз, Т.Ланкина, О.Файджестың хеҙмәттәре Башҡортостан тарихы проблемаларына арналған. Д.Байрондың «Шильон тотҡоно» (1924), У.Шекспирҙың «Отелло» (1946), «Макбет» (1961), «Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу» (1983), Э. Л. Войничтың «Күгәүен» (1968), Д.Дефоның «Робинзон Крузо» (1980, 1990) әҫ. башҡ. теленә тәржемә ителгән һәм баҫылған, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең «Ҙур оркестр» (1958) повесы инглиз телендә донъя күрә. Респ. театрҙары репертуарына инглиз яҙыусылары әҫ. б са спектаклдәр [Шекспирҙың «Гамлет», «Макбет», «Отелло», «Ромео һәм Джульетта», А.Кристиҙың «Ҡапҡан» («Мышеловка»), О.Уайльдтың «Кентервиль өрәге» («Кентервильское привидение»), Р.Киплингтың «Джунглиҙар китабы» мотивы б са «Беҙҙең ҡаныбыҙ бер» («Мы с тобой одной крови») һ.б.] инә.

2005 й. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Лондонда «Рус ҡышҡы фестивалендә» ҡатнаша. Башҡортостанда 3 инглиз йәшәй (2002).

1996 й. алып БР ҙа «Башҡортостан—Бөйөк Британия» дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшләй.

Ил башлыҡтары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Виктория Королеваһы 1837 йылдан 1901 йылға тиклем етәкләне. Ошо күрһәткес буйынса ул Британияның иң оҙаҡ идара иткән Королева.

Территориаль бүленеү[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Берләшкән Короллек 4 «тарихи провинция»-ға бүленә: Англия, Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия. Итглизсә улар countries (башҡ. илдәр) йәиһә constituent parts/constituent countries тип атала.

Англия[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Англия
Англия (ингл. England) — Бөйөк Британияһы "тарихи провинциялары"нан иң ҙурыһы. Баш ҡалаһы — Лондон, майҙаны 130 395 квадрат километр, бөтә дөнъя майҙанынан 1/1000-гә яҡын. Халыҡ һаны — 50.762.900 кеше. Англияның үҙ власть органдары (йәғни парламент һәм хөкүмәт) юҡ, Бөйөк Британия Хөкүмәте һәм Бөйөк Британия Парламенты Англияның төп власть органдары булып һанала. Берҙән-бер рәсми тел — инглиз теле. Иң ҙур ҡалалары — Лондон, Манчестер, Лидс һ.б.

Уэльс[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Уэльс
Уэльс — Бөйөк Британияның 4 иң әһәмиәтле булғандарҙын административ өлөшө. Күптән үткән заман кельт ырыуҙарҙын конгломераты.

Википедия Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк.