Гонконг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Махсус административ район Гонконг
тулы 香港特別行政區
ябай. 香港特别行政区
ҡыт. ғәҙәти Xiānggǎng Tèbié Xíngzhèngqū,
ингл. Hong Kong Special Administrative Region
Гонконг Гонконг гербы
Гонконг флагы Гонконг гербы

Координаталар: 22°25′00″ с. ш. 114°10′00″ в. д. / 22.41667° с. ш. 114.16667° в. д. / 22.41667; 114.16667 (G) (O)

Гимн: «Марш добровольцев»
Hong Kong Location.png
Нигеҙ һалынған 25 ғинуар 1841: британ оккупацияһы;

29 август 1842: Нанкин килешеүе;


25 декабрь 194115 август 1945: япон оккупацияһы;


1 июль 1997: суверенитет алыу

Рәсми телдәр Ҡытай[1], инглиз
Баш ҡала Юҡ[2]
Эре ҡалалары Һоңкоң[3]
Идара итеү формаһы Бойондороҡло территория[4]
Главный министр
Администрации
Лян Чженьин
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 182
1 104 км²
4,6
Халыҡ
• Баһалау (2013)
Тығыҙлыҡ

7 182 724[5][6] кеше (Урыны: 100)
6480 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2006)
  • Йән башына

254,2 млрд. $ (Урыны: 40)
38 127 $
КПҮИ (2011) 0,898 (бик юғары) (Урыны: 13)
Валюта Һоңкоң доллары (HKD, код 344)
Интернет-домены .hk
Код ISO HK
Телефон коды +852 (из Макао — 01)
Сәғәт бүлкәттәре UTC +8

Һоңкоң (Гонконг) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының махсус административ районы (иер. 香港特別行政區, ингл. Hong Kong Special Administrative Region, кант. Һоңкоң такпит һанчинкһёй), ҡыҫҡартып Һоңкоң тип атап йөрөтәләр. Ул Азияның һәм донъяның иң алдынғы финанс үҙәктәренең береһе булып тора.

Һоңкоң Коулун ярымутрауында урынлашҡан, төнъяғынан башҡа тарафтарын Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе уратып алған. Бынан тыш 260-тан ашыу утрау ҙа ошо төбәккә инә, улар араһында иң ҙурҙарынан — Һоңкоң(юғары хакимиәт органдары һәм төбәктең финанс үҙәге шунда урынлашҡан), Ланьтау һәм Ламма. Төбәкте ғәҙәттә өс өлөшкә бүлеп йөрөтәләр: Һоңкоң утрауы үҙе, Коулун һәм Яңы Территориялар. Һоңкоң төньяҡ тарафында Ҡытайҙың Гуандон провинцияһына ингән Шеньчжень иҡтисади биләмәһе менән сиктәш. Һоңкоң Чжуцзян йылғаһы тамағының һул яғында урынлашҡан.

1842 йылда Һоңкоңды Бөйөк Британия баҫып ала һәм 1997 йылға тиклем колония итеп тота. Шул йылы Ҡытай Халыҡ Республикаһы был төйәккә суверенитет ала. Ҡытай-Британия декларацияһына һәм Һоңкоңдың Төп ҡанунына ярашлы, төбәккә 2047 йылға тиклем, йәғни 50 йыл дауамында киң хоҡуҡлы автономия бирелгән. «Бер ил — ике система» һәм «Сянганға юғары кимәл автономия шарттарында сянганлылар үҙҙәре идара итә» тип аталған йүнәлеш алып, ҠХР үҙ өҫтөнә оборона һәм төбәктең тышҡы сәйәсәте мәсьәләләрен ала, ә Һоңкоң ҡанун сығарыу, полиция, аҡса, һалым һәм иммиграция сәйәсәте мәсьәләләрен контролдә тота. Шулай уҡ халыҡ-ара ойошмаларҙа һәм сараларҙа уның үҙ вәкиллектәре һаҡланып ҡала.

География[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

КХР-ҙың Административ бүленеше

Һоңкоң биләмәләре шундай уҡ атамалы утрауҙан, Лантау утрауынан, Коулун ярымутрауынан, Яңы Территорияларҙан һәм 260 — лап ваҡ утрауҙарҙан ғибәрәт. Яңы Территориялар төньяҡтан Коулун ярымутрауы һәм Шеньчжень йылғаһы менән сиктәш. Һоңкоңға Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге 262 утрау инә. Иң ҙуры — Ланьтау. Ҙурлығы буйынса икенсе һәм халыҡ һаны буйынса беренсе урында -Һоңкоң утрауы.

Һоңкоң һүҙе (иер. 香港) «хуш еҫле гавань» тигәнде аңлата һәм Һоңкоң утрауындағы әлеге Абердин районындағы бер аймаҡ исеменән алынған. Бында ҡасандыр хуш еҫле ағас һәм майҙар һатҡандар.

Һоңкоң менән Коулун ярымутрауы араһындағы һыу ятҡылығын Виктория бухтаһы тип йөрөтәләр. Донъялағы иң тәрән тәбиғи порттарҙың береһе ул.

Урбанизация кимәле буйынса бик юғары баҫҡыста тороуына ҡарамаҫтан, Һоңкоң хакимиәте экологияға һәм йәшелләндереүгә бик ныҡ иғтибар итә. Төбәктең бик ҙур өлөшө һаман үҙләштерелеп бөтмәгән әле, сөнки бик текә ҡаяларҙан һәм тауҙарҙан тора. 1 104 км² майҙандан бары тик сиреге генә файҙаланыла. Ҡалған яҡтары урман-ҡыуаҡтар менән ҡапланған, шуларҙың 40 проценты ял урындары һәм ҡурсаулыҡтар тип иғлан ителгән.Ҡала халҡы башлыса Коулун ярымутрауында һәм Һоңкоң утрауының төньяҡ ярында йәшәй, шулай уҡ Яңы Территорияларҙа ла кеше йәшәгән урындар бар.

Борма-борма диңгеҙ яры, ҡултыҡтар арҡаһында Һоңкоң бухталарға, пляждарға, ял итер урындарға ифрат бай. Мәгәр, йәшеллек, һыу мул булыуға ҡарамаҫтан, ҡалалағы экология йылдан-йыл насарая, һауаһының сифаты буйынса ул иң түбән урындар биләй. Ҡытай материгынан, Чжуцзян йылғаһы дельтаһы яғынан килгән насар һауа Һоңкоң өҫтөндәге һөрөмдөң 80 процентҡа яҡынын тәшкил итә.

Һоңкоң Макаонан 60 саҡрымға көнсығыштараҡ , Чжуцзян йылғаһы тамағының ҡаршы яҡ ярында урынлашҡан. Төньяҡтан Гуандон провинцияһының Шэньчжэнь ҡалаһы менән сиктәш. Һоңкоңдың иң бейек нөктәһе — Яңы Территорияларҙағы Таймошан тауы, уның бейеклеге 958 м.

Һоңкоң биләмәләрендә уйһыу урындар ҙа бар, улар Яңы Территорияларҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Һоңкоңдың бер йылғаһы — Ынтхун

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Һоңкоңдың Төп ҡанунында, төбәктә ҡытай һәм инглиз телдәре рәсми телдәр булып тора, тип әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта ҡытай теленең ниндәй һөйләше стандарт булғанлығы әйтелмәгән. Ҡытай материгында һөйләш телендә путунхуа стандарт һанала, ә яҙма телдә ябайлаштырылған иероглифтар ҡулланыла. шул уҡ ваҡытта Һоңкоңда бик күптән тулы иероглифтар һәм кантон теле стандарт булараҡ танылған.
  2. XIX быуатта Виктория-Сити Һоңкоңдың баш ҡалаһы тип һаналған, сөнки барлыҡ хакимиәт учреждениелары шунда урынлашҡан булған. Хәҙер иһә хөкүмәт биналары — Һоңкоңдың Үҙәк-Көнбайыш районында. (22°17′00″ так как 114°08′00″ кс. о. (G) (O)).
  3. Картала Гонконг һәм Коулун айырым күрһәтелһәлә, административ яҡтан бер ҡала .
  4. Һоңкоң бер ҡасан да бойондороҡһоҙ булмаған. Төрлө ваҡытта ул Ҡытай, Бөйөк Британия, Япония суверенлығында торған. В 1997 йылда Һоңкоң Ҡытай юрисдикцияһына күскән. Шул уҡ ваҡытта Һоңкоң автономия һанала һәм хатта формаль рәүештә етәксе лә һайлай ала.
  5. Census.gov Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 май 2013. 9 май 2013 тикшерелгән.
  6. Population and Vital Events. Census and Statistics Department, Hong Kong Government (2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 22 май 2011 тикшерелгән.