Франция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Франция Республикаһы
République française
Франция флагы гербы Франция
Франция флагы Франция гербы
LocationFrance.svg
Милли девиз: «Liberté, Égalité, Fraternité»
Гимн: «Марсельеза»
Нигеҙ һалынған 843 (Верден килешеүе)
Рәсми телдәр франк теле
Башҡала Париж
Иң ҙур ҡалалары Париж, Лион, Бордо, Марсель
Идара итеү формаһы Президент-парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Франсуа Олланд
Мануэль Вальс
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
47-се/сө/сы урын
674 843[1] км²/547 030[2] км²
0,26
Халыҡ
  • Барыһы (2008)
  • Тығыҙлыҡ
20- се/сө/сы урын
64 473 140[1]/61 875 822[2]
114 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2007)
  • Кеше башына
6- се/сө/сы урын
2,3 млрд. $
28,647 $
Валюта евро[3]
Интернет-домен .fr
Телефон коды +33
Сәғәт бүлкәте UTC +1

Франция (франц. France [fʁɑ̃s]), рәсми атамаһы — Франция республикаһы (франц. République française [ʁepyblik fʁɑ̃sɛz]) — Көнбайыш Европала урынашҡан дәүләт. Башҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе исеменән килә — франктар.

Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына торошло), уларҙың араһында 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығарыу органы — ике палаталы парламент. Административ бүленеше булып 26 регионға бүленә.

Европа берлегенә һәм НАТО ағзаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Боронғо Рим ваҡытында Франция империяның провинцияһы -Галлия. Рим хоҡуғы эшләй.

476 Көнсығыш Рим Империяһы юҡҡа сыға, Францияны варвар герман ырыуҙары баҫа. Территорияһында Бургунд һәм Вестгот герман Короллектары ойошторола. Рим хоҡуғы эшләй.

506 йылда Аларих II Вестготтарҙын рим хоҡуғын сығара.

V—VI быуаттарҙа Францияның төнъякҡа франктар ырыуҙары килә. Салик ябай хоҡуғы рим хоҡуҡты алмаштыра.

Франктар экспансияғы

Бөйөк Карл етәкселегендә франк дәүләте үҙенең бөйөклөғөндә булды.

XVII—XX быуаттарҙа Франция колониаль империяға әүерелә.

Хәҙерге Марокко, Алжир, Тунис, Сенегал, Мавритания, Судан, Нигер, Гвинея, Кот-д’Ивуар,Габон, Конго, Уганда, Камерун, Того, Сомали — эллекке француз колониялары.

Хоҡуҡ тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1789 — Кеше һәм Гражданин Хоҡуҡтары Декларацияһын ҡабул итеү

1790 йыл — Францияла Суд власы ойоштору тураһында Закон сыға.

1810 — Француз Уголов Кодексы ҡабул итеү

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Космостан күренеш

Францияның күпселек өлөшө Көнбайыш Европала урынлаша. Ҡоро ер буйынса ул төньяҡ-көнсығышта Бельгия, Люксембург һәм Германия менән, көнсығышта Германия һәм Швейцария менән, көньяҡ-көнсығышта Монако һәм Италия менән, көньяк-көнбайышта иһә Испания һәм Андорра менән сиктәш. Көнбайышта һәм төньяҡта ил территорияһы Атлантик океан (Бискай ҡултығы һәм Ла-Манш боғаҙы), көньякта Урта диңгеҙ тарафыннан йыуыла.

Шулай ук дәүләт составына Урта диңгеҙҙә урынлашҡан Корсика утрауы һәм егерменән артыҡ департаметтар һәм буйһонған биләмәләр керә.

Илдең дөйөм майҙаны 547 мең км² (буйһонған территорияләр менән 643,4 мең кв. км). Был Европа берлегенә ингән иң ҙур дәүләт.

Иҡдисады[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Халҡы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Климат[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Рослен күле

Францияның ҡитға өлөшөндә климат уртаса диңгеҙле, көньяҡта субтропик. Йәй көндәре ғәҙәттә эҫе һәм ҡоро, июль айында уртаса температура + 23-25 градус тәшкил итә, ғинуар айында иһә уртаса температура + 7-8. Ҡыш көндәре өсөн ямғырҙар тәбиғи хәл.

Яуым-төшөм һаны яҡынса 600—1000 мм. Таулы райондарҙа был күрһәткес 2000 мм-ҙан да юғарыраҡ булырға мөмкин.

Хәрби көстәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 барыһы.
  2. 2,0 2,1 Франциянын Европа өлөшө.
  3. 1999 тиклем француз франкы.