Ҡырғыҙстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡырғыҙ Республикаһы
Кыргыз Республикасы
Кыргызская Республика
Ҡырғыҙстан флагы гербы Ҡырғыҙстан
Ҡырғыҙстан флагы Ҡырғыҙстан гербы
LocationKyrgyzstan.svg
Ҡырғыҙстан милли гимны
Нигеҙ һалынған 1991
Рәсми телдәр Ҡырғыҙ теле (дәүләт), урыҫ теле (рәсми)
Башҡала Бишкек
Иң ҙур ҡалалары Бишкек
Идара итеү формаһы Республика
Дәүләт башлығы Алмазбек Атамбаев
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
86-се/сө/сы урын
198 500 км²
1,3
Халыҡ
  • Барыһы (2005)
  • Тығыҙлыҡ
111- се/сө/сы урын
5 146 281
247 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2004)
  • Кеше башына
6- се/сө/сы урын
1 736 377 млн. $
30 900 $
Валюта Hом
Интернет-домен .kg
Телефон коды +996
Сәғәт бүлкәте UTC +5
Kyrgyzstan rus.png

Ҡырғыҙстан (ҡырғ. Кыргызстан), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (ҡырғ. Кыргыз Республикасы, урыҫ. Кыргызская (Киргизская) Республика) — Урта Азиялағы таулы ил. Дәүләт Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тянь-Шань тауҙарының көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Ҡаҙағстан менән, көнбайышта Үзбәкстан менән, төньяҡ-көнбайышта Тажикстан менән, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Тажикстан, көньяҡ-көнсығыштан һәм көнсығыштан Ҡытай менән сиктәш. Майҙаны — 199,5 мең квадрат километр, күршеләре араһында иң бәләкәй дәүләт һанала. Көнсығыштан көнбайышҡа 925 километр­ға һуҙыл­һа, төньяҡтан көньяҡҡа — 454 километр ғына.

Климаты[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Тянь-Шаньда Горький пигы
Сонкёль күле янында көтөүлек

Ҡырғыҙстан бейек тауҙар ҡуйынында һәм океандарҙан бик алыҫта ятҡан­ға күрә, Ҡырғыҙстанда күберәк ҡояшлы көндәр тора. Яуым-төшөм аҙ булыу сәбәпле, илдең ҙур өлөшөндә яҙҙан көҙгә тиклем йылы. Уртаса температура: +18-27 градус. Шулай уҡ ҡар, боҙлоҡ ятҡан һыҙаттар ҙа бар. Миҙгелдәрҙең алмашыныуына килгәндә, бында яҙ ҡыҫҡа: февраль аҙағында башланып, ап­рель урталарына тамамлана. Йәй — майҙан сентябргә тиклем. Башҡа Урта Азия республикаларындағы кеүек, Ҡырғыҙстанда ла көҙ бик һуң килә. Ҡышын төньяҡ өлөшөндә ныҡ һыуыҡ булған йылдар ҙа осрай.

Хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Климаттың үҙгәреүсән булыуы бындағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ла йо­ғонто яһаған. Урманлы тауҙар­ҙа Тянь-Шань шыршыһы, әстрхан сәтләүеге, пихта, артыш үҫә. Бейек тау туғайҙары, далалары Альп үҫемлектәренә бай.

Ландшафтҡа ярашлы хай­уандар донъяһы ла күп төрлө. Имеҙеүселәрҙең — 80, ҡоштар­ҙың — 330, һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандарының 30-ға яҡын төрө бар. Тауҙарҙа айыу, һеләүһен, барс, тау кәзәһе, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Ҡоштарҙан туғаҙаҡ, бөркөт, гриф, ҡарсыға, һирәк осраған тау күркәһе — улараны күрергә була.

Ике меңгә яҡын йылға-күлдәре лә тереклеккә бай. Уларҙа балыҡтың 50-нән ашыу төрө иҫәпләнә (яланғас осман, маринка, һаҙан, бағры, ала балыҡ, һыла, аҡ амур), шул иҫәптән 12-һе — кәсеп балығы.

Ҡыҙыл бүре, ҡаплан, Мензбир һыуыры һәм көрән варан иһә Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡы­ҙыл китабына индерелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡыр­ғыҙстан биләмәһе лә, бөтә Урта Азия һымаҡ, бик боронғо кешелек йәмғиәте усағы булып тора. Б. Э.Т II быуатта уҡ бында тәүге дәүләттәр барлыҡҡа килгән. XV быуаттың икенсе яртыһында ҡырғыҙ ҡәбиләләре берләшеүе һөҙөмтәһендә тәүге үҙ аллы ханлыҡ төҙөлә. Ошо осорға халыҡ булып ойоша ла инде ҡырғыҙҙар. Бөйөк Ебәк юлы заманында Ҡырғыҙстан ҙур әһәмиәткә эйә булған. Көньяҡтағы Ош ҡалаһы уңайлы урынлашыуы арҡаһында күп меңйыллыҡтар дауамында ошо сауҙа юлының Фирғәнә тармағында транзит ҡала иҫәпләнгән. Урындағы халыҡ үткенсе сәйәхәтселәргә һәм сауҙагәрҙәргә хеҙмәт күрһәткән.

XIX быуаттың 70-се йылдарында Ҡырғыҙстанды СССР-ға ҡушалар. СССР тарҡалғандан һуң ҡырғыҙҙар тыныс юл менән үҙаллылыҡ ала. Тәүге конституция ҡабул итәләр, милли аҡсаһы — сомды ҡулланыуға индерәләр.

Халҡы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Халҡының составына килгәндә иң күбен ҡырғыҙҙар тәшкил итә. Улар башлыса ауыл ерендә йәшәй. Икенсе урында — үзбәктәр, Үзбәкстанға сиктәш төбәктәрҙә төпләнгәндәр. Урыҫтар ҡалаларҙа һәм илдең төньяҡ өлөшөндәге ауылдарҙа күпләп донъя көтә. Шулай уҡ дунгандар, ҡаҙаҡтар, украиндар, уйғырҙар, немецтар, башҡорттар, татарҙар — барлығы 80-гә яҡын милләт вәкиле ғүмер итә был илдә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Республика файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Бында нефть, газ, ҡара, төҫлө, ҡиммәтле металл ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә сәнәғәт тармағында тәбиғи ресурстарҙы сығарыу, эшкәртеү йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Алтын табыу тау сәнәғәтендә төп урынды биләй.

Ҡырғыҙстан Республикаһында 400-ҙән ашыу ҡиммәтле таш — алмас, зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин), һары яҡут (топаз), зөбәржәт (изумруд), аквамарин, фирүзә (бирюза), тау гәлсәре, малахит, йәшмә, нефрит һәм аҡыҡ ятҡылығы асылған .

Көньяҡта мамыҡ һәм майлы культуралар, йөн, ебәк туҡымалар етештереү менән шөғөлләнәләр.

Халыҡ-ара туризм да иҡтисадтың мөһим өлкәһенә әүерелеп бара. Уның матур киләсәге, тәү сиратта, донъялағы иң ҙур, матур күлдәрҙең береһе — Ысыҡкүлдең курорт өлөшөн, тау саңғыһы спортын, альпинизмды үҫтереү, күп тарихи урындар, Һары-Селек биосфера ҡурсаулығы менән бәйле.

Мәҙәниәт һәм мәғариф[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Мәҙәниәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡырғыҙ мәҙәниәтенә улар­ҙың быуаттар буйы күсмә тормош алып барыуы ҙур йоғонто яһаған. Ғаилә-көнкүреш йолалары күп быуындарҙың аҡылын сағылдырған. Өлкәндәргә ихтирам, айырыуса ата-әсәгә, бер-береңә ярҙам итергә, ауыр саҡта терәк булырға ынтылыу һәм йомарт ҡунаҡсыллыҡ хас ҡырғыҙҙарға.

Был республикала йыр-моңдо ныҡ яраталар. Һәр байрам, табын милли музыкаһыҙ, халыҡ ижадынан тыш уҙмай. Иң таралған музыка ҡоралы булып ерле халыҡтың комузы һанала. Ул тышҡы төҙөлөшө менән грушаға оҡшаған, абрикос ағасынан яһайҙар, ә өс ҡылын элек-электән һарыҡ һеңеренән эшләгәндәр.

Ҡырғыҙстанда һаҡланып ҡалынған боронғо ҡомартҡылар: Саймалы-Таш уйһыулығы, Буран башняһы, Үҙгән мавзолейы һәм башҡалар «Манас» халыҡ эпосы кеүек донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Ә «Йәмилә» («Джамиля»), «Хуш бул, Гөлһары!» («Прощай, Гульсары!»), «Аҡ пароход» («Белый пароход») повестары, «Йәлләт» («Плаха») романын ижад итеүсе бөйөк Сыңғыҙ Айтматов. Ул үҙенең үлем­һеҙ әҫәрҙәре менән ҡыр­ғыҙ халҡын бейеккә күтәрҙе. Классиктың китаптары 170-тән ашыу телгә тәржемә ителеп, дөйөм тиражы 60 миллион дананан күберәк. Улар йәмғиәткә белем һәм тәрбиә биреү эшенең бүленмәҫ өлөшөнә әйләнде, күп илдәрҙең мәктәптәре һәм уҡыу йорттары программаларына инде.

Ҡырғыҙҙарҙың элекке күсмә тормошо уларҙың йолаларында һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә яҡшы күҙәтелә. Әлегә хәтлем тирмә торлаҡ булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер байрам да унһыҙ үтмәй, хатта дәүләт флагында ла һүрәтләнгән ул. Тирмәләр хужаның социаль статусын да күр­һәткән, халыҡ йолаларының төп образы ла һаналған. Улар­ҙы төҙөгәндә һәм күсенгәндә күп йолалар башҡарылған һәм тантаналар булған.

Ҡырғыҙҙарҙың аш-һыуы ҡаҙаҡтарҙыҡына оҡшаш, хатта ҡайһы берҙәренең исемдәре лә тап килә. Милли ризыҡтарының үҙенсәлеге дөгө һәм төрлө тәмләткестәрҙе киң ҡулланыуға ҡайтып ҡала, бешерелгән итте генә файҙаланалар. Урындағы ашнаҡсылар йылҡы итенә, ҡамыр аштарына, әсе һөт аҙыҡтарына һәм ҡуйы бутҡаға оҡшаш аштарға, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.

Белем биреү[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡырғыҙстандың мәғариф сис­темаһы Рәсәйҙәге кеүек, йәғни совет заманынан килә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң белем биреү өлкәһендә реформалар үткәрелгән

Мәктәптә балалар 11 йыл уҡый, шуның 9 йылы мотлаҡ һанала. Башланғыста 1-ҙән 4-се синыфҡа ҡәҙәр белем алалар. Был баҫҡыста яҙырға, уҡыр­ға, һанарға өйрәнәләр. Ватанды өйрәнеү, хеҙмәт, этика һәм физик культура дәрестәре лә инә. V—IX синыфтар уртансы һаналып, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар фәнни дәреслектәр, математика, мәғлүмәти технологиялар, сит телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башлай.

Өлкән синыфтарҙы (X—XI) тамамлау мотлаҡ булмаһа ла, уҡыусыларҙың 80 проценты тиерлек һуңғы баҫҡыста белем алыуын дауам итә. Урта синыфтарҙағы дәреслектәрҙе төплөрәк өйрәнәләр. Әлбиттә, хәрби хеҙмәткә, юғары уҡыу йортона әҙерлек тә башлана. XI синыфты тамамлағанда сығарылыш имтихандары һәм Дөйөм республика тестарын тапшыралар. Шуларҙың һөҙөмтәләре буйынса университеттарға ҡабул итәләр.

Дәүләт ҡарамағындағы урта белем биреү учреждениеларынан тыш, ҙур ҡалаларҙа элиталы шәхси мәктәптәр ҙә асыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]