Википедия:Ағымдағы ваҡиғалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү


Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары (ҠарауФекерләшеүТөҙәтеү)
Һәр кем башвики берләшмәһе тураһында хәбәр өҫтәй ала!

4 август 2015 йыл, Вики-осрашыу[үҙгәртергә]

Өфө ҡалаһында беренсе Вики—осрашыу, инициатив төркөм йыйылышы үтте. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Саган, Alfiya55, Гүзәл Ситдиҡова, Рөстәм Нурыев, YANBEK, Тимур Гимранов ҡатнашты. «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» дипломанты ирекмән YANBEKкә конкурс призы тапшырылды. Башҡорт Википедияһында артабанғы эшмәкәрлекте әүҙемләштереү тураһында етекле һөйләшеү булды.

Июнь 2015 йыл[үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Социаль-сәйәсәт һәм хоҡуҡи эҙәләнеүҙәр институтында «Википедия социаль мәғләүмәт сығанығы» исемендә ғилми семинар үтте (Саралар бүлеген ҡарағыҙ).

Вики-Һабантуй 2015 тураһында тулы фоторепортаж[үҙгәртергә]

Вики-Һабантуй 2015 тураһында тулы фоторепортаж

26 апрель 2015 йыл[үҙгәртергә]

Вики-Һабантуйҙа ҡатнашып, ҡанатланып ҡайттыҡ әле беҙ, дуҫтарым!

Шиғыр көтөп арып бөттөгөҙмө?
Мин юлдарҙа һаман, дуҫтарым!
Яңы дуҫтар табып, танышырға
Ҡысып тора ине устарым!

Шаулап-гөрләп үтте һабан туйы…
Ябай түгел, Вики-Һабантуй!
Донъя берләштергән был сарала
Һәммәбеҙҙә булды уртаҡ уй.

Белемдәрҙе йыйнап, туплау кәрәк!
Интернетты һәр кем ҡулланһын!
Башҡорттарым үҙ тарихын яҙһын,
Халҡын, ерен, илен данлаһын!

Донъя тарихында эҙ ҡалдырып
Һәр кем үтә ала, дуҫтарым!
…Мин бөгөндән тағы һеҙҙең менән,
Һеҙҙең өсөн һайрай ҡоштарым,
Күрешергә ҡысый устарым!
26.04.2015.

Фирүзә Абдуллина.

25 апрель 2015 йыл[үҙгәртергә]

Конференция эше

24 апрель 2015 йыл[үҙгәртергә]

Ойоштороусылар, ҡатнашыусылар, бағымсылар менән ВикиОсрашыу. Башҡортса сәй эсеп алыу мәжлесе.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында пресс-конференция үтте.

23 апрель 2015 qыл[үҙгәртергә]

Вики-Һабантуйҙың төп саралары башланды.

Халыҡ-ара Викимедиа Фондының тел комитеты ағзаһы Әмир Аһарониҙың Өфөләге осрашыуҙары.

Тағы бер шиғыр яҙылды[үҙгәртергә]

19.04.2015. Фирүзә Абдуллина.

Башҡорт Википедияһына ун йыллыҡ юбилейы айҡанлы.


Ул бәләкәй әле…
Ун йәш кенә!
Ләкин ниндәй ҡөҙрәт ҡулында!
Күптәр уға мөрәжәғәт итә,
Маяҡ итеп барыр юлында.

Һәр кем уны үҫтерергә хаҡлы,
Битарафтар ғына ситтәләр,
Зыялылыр бында һәр кешенең
Күңел ҡылдарына сиртәләр!

Ил яҙмышы һине борсой икән,
Телең өсөн әгәр көйөнһәң,
Үҙ халҡыңдың һәр бер ҡаҙанышы,
Уңыштары өсөн көйөнһәң –

Һинең урын бында!
Рәхим итеп,
Ҡалдыр әле һин дә эҙеңде!
Халҡың, илең өсөн кәрәк итеп
Тойорһоң һин шул саҡ үҙеңде.

Башҡорт Википедияһы – беҙҙең тарих,
Теләмәйбеҙ халыҡ бөлгәнде,
Үҙе эҙләгәнде табыр өсөн,
Һәр кем яҙһын үҙе белгәнде!

Берләшәйек оло эштәр өсөн,
Тупланайыҡ булып оло күс!
Башҡорт Википедияһы, тупла беҙҙе!,
Башҡорт Википедияһы, йәшә, үҫ!!

Беренсе шиғыр яҙылды[үҙгәртергә]

18-04-2015. Беренсе шиғыр яҙылды. Авторы Тамара Искәндәриә.

Башҡорт википедияһына — 10 йыл!


Башҡорт википедияһы —
Ниндәй ғорур яңғырай!
Бынан һуң яңғыҙ булмабыҙ,
Булмабыҙ һис яндырай!

Булмабыҙ беҙ үҙен-үҙе
Кәмһеткән ялҡау халыҡ.
Милләтте күтәреүсе ул —
Википедиясы Алып!

Юғалмаҫ башҡорт, танытһа
Киң донъяға үҙ йөҙөн.
Азат,
Илһамлы
Илһөйәр
Еткерер башҡорт һүҙен!

Тамара Искәндәриә

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды[үҙгәртергә]

02-04-2015 — «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» — Башҡорт Википедияһында беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурс сиктәрендә 764 яңы мәҡәлә яҙылды. Тулы мәғлүмәтте бында ҡараға була.

Яңы мәҡәлә конкурсы[үҙгәртергә]

05-11-2014. «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» — яңы мәҡәлә яҙыусылар араһында конкурс иғлан ителде.

Вики-Һабантуй 2015[үҙгәртергә]

23-10-2014. Башҡорт Википедияһының 10 йыллығы айҡанлы юбилей саралары — Вики-Һабантуй 2015 үткәрелеүе тураһында рәсми иғлан ителде.

Күмертау ҡалаһында уҙғарылған "Ҡала башҡорттары" халыҡ-ара конференция (17.04.2014)[үҙгәртергә]

29 декабрь 2013 йыл[үҙгәртергә]

«Халҡым йөҙө» премияһының раҫлау ҡағыҙы.
«Һомай» дефиле-театры, 2013

Башҡорт Википедияһы «Халҡым йөҙө» исемле үҙ аллы йәштәр премияһына лайыҡ булды. Уны «Һомай» дефиле-театры тапшырыҙы.

«

Һиңә бөгөн —

бар алҡыштар,
маҡтау һүҙе.

Бөгөн бит һин —

Халҡым йөҙө!
Халҡым йөҙө!
»

2-3 ноябрь 2013 йыл[үҙгәртергә]

БЮТ каналының Башҡорттар тапшырыуында Башҡорт Википедияһы тураһында сюжет күрһәтелде.

22 август 2013 йыл[үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт университетының Компьютер филологияһы лаботорияһы: "Башҡорт Википедияһы компьютер-лингивистик анализлау күҙлеге аша"

27 май 2013 йыл[үҙгәртергә]

Май айында Саха Википедияһына биш йыл тулыу айҡанылы тантаналы саралар үтте. Саха Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллегендә үткән сарала Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев ҡатнашты һәм саха туғандарға "Салауат Юлаев" энциклопедияһын бүләк итте.

17 апрель 2013 йыл[үҙгәртергә]

БСТ каналының Алтын Тирмә тапшырыуында тик Википедия ирекмәндәре төҙөгән һорауҙар бирелде.

16 апрель 2013 йыл[үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһына һигеҙ йәш тулды. Көн БСТ каналының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында ҡотлауҙар менән башланды, артабан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында [1], «Спутник FM» радиоканалында [2], урыҫ телендәге «Викиновости» [3], «Мир энциклопедий» сайтында[4] хәбәрҙәр булды.

13 февраль 2013 йыл[үҙгәртергә]

30000-се мәҡәлә ҡуйылған — Күвейт. Башинформ хәбәр итә Башкирская Википедия пополнилась 30-тысячной статьей һәм Башҡорт Википедияһында – 30 мең мәҡәлә.

20 декабрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

25000-се мәҡәлә ҡуйылған. Исеме Башҡорт аты, беренсе яҙыусылары Саган һәм Азат Хәлилов, Википедияға ҡуйыусы Haqmar.

27 ноябрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһы өсөн махсус футболка сығарылды. Дизайн эшләүсе һәм етештереүсеһе БашАрт - Башҡорт ижади берекмәһе.

10-11 ноябрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

Мәскәү ҡалаһында үткән Вики-конференция 2012 сиктәрендә Рәсәй халыҡтары телендә вики-проекттар тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылары Саха Википедияһынан Halan Tel һәм Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев булды.

31 октябрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

20000-се мәҡәлә, исеме Башҡорт ихтилалы (1681—1684),беренсе яҙыусыһы Саган.

26-27 октябрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

«Биләмәләрҙе ойоштороу: статика, динамика һәм идаралау» исемле IX-сы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла (сит ил ҡатнашлығында, Өфө, БГПУ, 2012) Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев ҡатнашты. Ул «Тыуған яҡты өйрәнеүҙә Интернет селтәре технологиялырын ҡулланыу» тигән семинар үткәрҙе. Семинар барышында «ирекле мәғлүмәт» сәйәсәтенең эстәлеге, Википедия волонтерҙарының эшмәкәрлеге, 2012 йылдың апрелендә Алматы ҡалаһында үткән Халыҡ-ара төрки телле Википедиялар конференцияһы, Башҡорт Википедияһы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны.

27-28 сентябрь 2012 йыл[үҙгәртергә]

Башҡортостан Фәндәр Академияһының "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексы үткәргән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында һәм "Башҡорт Википедияһы үҫеше мәсьәләләре"(урыҫ. ) буйынса сығыш яһаны.

8 июнь 2012 йыл[үҙгәртергә]

Юлдаш радиоһы менән Башҡорт Википедияһы дуҫлыҡтарын нығытты. Юлдаш радиоһы Аулаҡ тапшырыуында Рөстәм Нурыев Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне.

7 июнь 2012 йыл[үҙгәртергә]

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филология факультеты уҡытыусылары менән Рөстәм Нурыев осрашты. Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне. Артабан бергәләп эшләргә килештеләр.

4 июнь 2012[үҙгәртергә]

Юлдаш радиоһы сайтында Башҡорт Википедияһын дуҫтар исемлегенә индерҙе.

1 июнь 2012[үҙгәртергә]

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапхананың Башҡорт бүлегенә әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр ҡойоу буйынса бәйге иғлан ителде. Бәйге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Викикитапханала уҡығыҙ.

28 апрель 2012[үҙгәртергә]

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапханла Башҡорт бүлеге асылған икән. Бөгөн "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары китапханаға ҡуйылды. Википедистар был йүнәлеште лә ҡурсаларҙар тигән уйҙабыҙ.

20-21 апрель 2012[үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһынан Зөфәр Сәлихов, Азат Хәлилов, Рөстәм Нурыев төрки телле Википедиялар конференцияһында (Алматы 2012) ҡатнашты.

26 Март (Буранай) 2012[үҙгәртергә]

Урыҫ Википедияһы Баш биткә Башҡортса тигән интервики ҡуйҙы.

17 Март (Буранай) 2012[үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы Саганға бей тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

24 Февраль (Шаҡай) 2012[үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы Саганға хаким тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

25 Ғинуар (Һыуығай) 2012[үҙгәртергә]

7 ҡатнашыусыға махсус бүләк иғлан ителде.

20 Ғинуар (Һыуығай) 2012[үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы:Bolatbek ярҙаманда Рәсәй йылғалары тураһында 9200 мәҡәлә ҡойолдо. Мәҡәләләр һаны 15 521-гә тулды.

11 Ғинуар (Һыуығай) 2012[үҙгәртергә]

Comp1089 ҡатнашыусыһына бей тамғаһы бирелде!

11 Сентябрь (Һарысай)[үҙгәртергә]

EmausBot боты Башҡорт Википедияһында күп мәҡәлә яһаған. Һөҙөмтәлә Башҡорт Википедияһында 5000-дән күберәк мәҡәлә! Ҡотлайым! Ҡаташыусы Emaus-ҡа бик ҙур рәхмәт! Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? -- Йома, 4 сентябрь 2015 / 20 Элул 5775 14:02, 11 Сентябрь (Һарысай) 2011 (UTC)

24 Июль (Майай) 2011[үҙгәртергә]

1400-се мәҡәлә: Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы

31 Ғинуар (Һыуығай) 2011[үҙгәртергә]

Химик элемент тигән 1100-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 12:31, 1 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010[үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы:18mk декабрь айы көндәре тураһында буш мәҡәләләр теркәне. Шулай итеп тарихи ваҡиға, 1000-се мәҡәлә теркәү, мәғәнәһеҙ килеп сыҡты. Ҡатнашыусы:18mk-ға «әүҙемлеге» өсөн ҙур «рәхмәт» белдерҙем. --Рөстәм Нурыев 06:12, 3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)

30/11/2010[үҙгәртергә]

«...Википедия энциклопедияһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. “Шоңҡар”ҙың яңы һанында Башҡорт википедияһы һәм уны тормошҡа ашырыусы замандаштарыбыҙ хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелгән...» “Шоңҡар” журналының 11-се һанлы номерынан анонс

31/10/2010[үҙгәртергә]

Коми-зырян теле тураһында 900-се мәҡәлә яҙыла башланды Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 16:14, 31 Октябрь (Ҡарасай) 2010 (UTC)

27/08/2010[үҙгәртергә]

Фил йылы тураһында 800-се мәҡәлә яҙыла башланды. Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:52, 27 Август (Урағай) 2010 (UTC)

13/07/2010[үҙгәртергә]

Ҡәғбә тураһында 700-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Haqmar 10:02, 13 Июль (Майай) 2010 (UTC)

14/03/2010[үҙгәртергә]

Болгария тураһында 600-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:10, 14 Март (Буранай) 2010 (UTC)

18/02/2010[үҙгәртергә]

Tlustulimu ҡатнашыусыһы тарафынан булдырылған мөхәррирләнгән Баш Бит коды Баш биттә ҡулланыла. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 14:27, 18 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

02/12/2009[үҙгәртергә]

Идиш тураһында 500-се мәкәлә яҙыла башланды --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 17:17, 7 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)

17/07/2008[үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре тураһында 400-се мәкәлә яҙыла башланды --Рөстәм Нурыев 11:13, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)

04/04/2008[үҙгәртергә]

Ҡырмыҫҡалы ауылы тураһында 300-се мәкәлә яҙылды.--Rad8 08:18, 4 Апрель (Алағарай) 2008 (UTC)

25/01/2008[үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһында Ризаитдин Фәхретдинов тураһында 250-се мәҡәлә яҙылды. --Haqmar 21:13, 24 Ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

17/10/2006[үҙгәртергә]

Википедияның Белешмә бүлемендә «Яңы башлаусылар өсөн» бүлеге яҙылып бөттө. Википедияға яңы килгәндәр өсөн файҙаһы булыр тип өмөтләнәбеҙ.--Haqmar

08/09/2006[үҙгәртергә]

Haqmar үҙ ирке менән Википедияның башҡорт бүлегендә хаким вазифаһын үтәй башланы.

03/09/2006[үҙгәртергә]

Исемдәр арауығы башҡортсаға тәржемә ителде. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

август 2006[үҙгәртергә]

Википедияның Башҡорт бүлегендә Белешмә бүлеме тәржемә ителә башланды. Haqmar шөғөлләнә. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

28/04/2006[үҙгәртергә]

Википедияның Башҡорт бүлегендә Химия исемле 100-се мәҡәлә яҙылды. Беренсе авторы Mutagar . Иншалла, Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. --Рөстәм Нурыев 03:37, 9 апреля 2006 (UTC)

04/03/2006[үҙгәртергә]

Үткәндәге һымаҡ төшөнкөлеккә бирелергә сәбәп юҡ. Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. Mutagar әүҙем ҡатнашыусы. Әлеге ваҡытҡа 71 мәҡәлә. --Рөстәм Нурыев 18:59, 4 марта 2006 (UTC)

19/02/2006[үҙгәртергә]

Башҡорт телендәге энциклопедияла әле һаман бер үҙем. Mutagar исемле кеше лә юғалды. Бөгөнгө көнгә 54 мәҡәлә бар. Ғинуар айы башы менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Бөгөн Рәүил Бикбаевтың Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ! тигән шиғырын ҡабат уҡыным. Һеҙгә лә тәҡдим итәм. Бик йөкмәткеле шиғыр. --Рөстәм Нурыев 16:04, 19 февраля 2006 (UTC)

26/01/2006[үҙгәртергә]

Хаким һәм бей хоҡуҡтарына эйә булдым. Тәржемә эше менән шөғөлләнәм --Рөстәм Нурыев 06:58, 31 января 2006 (UTC)

11/01/2006[үҙгәртергә]

  • Беҙҙең логотиптағы АЗАТЛЫ һүҙе ИРЕКЛЕ һүҙенә алыштырылды. Быны урыҫ ВИКИ - һындағы Kneiphof исемле хәким (админ) эшләне. Рәхмәтлебеҙ. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)
  • Мөрәжәғәт һәм Обращение бик күп киң мәғлүмәт сараларына, башҡорт телендәге сайт вебоҫталарына ебәрелде. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)

10/01/2006[үҙгәртергә]

Кисә беҙҙең хаким (админ) Untifler менән бәйләнеш урынлаштырҙым. Башҡорт Википедияһын төҙөүҙә ҡатнашыусылар йәлеп итеү маҡсатында Мөрәжәғәт һәм Обращение яҙҙым. Уҡығыҙ, таратығыҙ! --Рөстәм Нурыев 04:40, 10 января 2006 (UTC)

30/12/2005[үҙгәртергә]

Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Мин башҡорт телендәге Википедияға теркәлдем. Һеҙҙе лә саҡырам. Әйҙәгеҙ бергәләп үҙебеҙҙең телде һәм халҡыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте бөтөн ғәләмгә еткерәйек. Теркәлеү урыны. -- --Рөстәм Нурыев 15:52, 30 декабря 2005 (UTC)

16 апрель 2005 йыл аноним яҙыусы тарафынан Башҡортостан исемле беренсе мәҡәлә яҙылған. Башҡорт Википедияһының тыуған көнө булып иҫәпләнә.

2 Июнь (Һөтай) 2002[үҙгәртергә]

Википедияның башҡорт теле бүлегенә тәүге нигеҙ ташы һалынған көн. --Рөстәм Нурыев 16:04, 16 Ноябрь (Ҡырпағай) 2010 (UTC)



Башҡортостандағы ваҡиғалар (ҠарауФекерләшеүТөҙәтеү)
Һәр кем Башҡортостан тураһында хәбәр өҫтәй ала!

Март 2012[үҙгәртергә]

Афарин!!! Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры сираттағы еңеүен яуланы!

Халыҡ-ара театр көнө алдынан Стәрлетамак артистары үҙҙәренең ижади һәләтен һәм оҫталығын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Улар - "Күңелле кулиса” Республика театр фестивалендә еңеүсе!

Был күңелле бәйге Өфө актерҙар йортонда ун икенсе тапҡыр үткәрелә инде. Быйылғы фестивалдә Башҡорт дәүләт академия драма, Рус дәүләт академия драма, Туймазы дәүләт татар драма, Өфө дәүләт ҡурсаҡтар, Милли йәштәр (рус һәм башҡорт труппалары) театрҙары, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары ҡатнашты. Ошо коллективтар араһында Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары үҙҙәрен иң талантлы, шуҡ итеп танытып беренселек яулауы бигерәк тә мәртәбәле. Стәрлетамаҡтарҙың данын яҡлап фестивалдә ҡатнашҡан театрҙың йәш артистары Айҙар Зарипов, Марат Зөбәйеров, Фанил Толонғужин, Емеш Мөхәмәтшина, Зиләрә Юлтаева, Гөлфиә Усманова, Юлиә Ғәләүетдинова үҙенсәлекле программа тәҡдим итеп жюри ағзаларының һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулай алды.

Артистарыбыҙҙы еңеүҙәре һәм Халыҡ-ара театр көнө менән ҡотлап киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.

Салауат Йәрмиев Театрҙың үҙ сайты


Киң мәғлүмәт сараларында беҙҙең турала (ҠарауФекерләшеүТөҙәтеү)
Һәр кем башвики тураһында киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан хәбәрҙе өҫтәй ала!

Киң мәғлүмәт сараларында беҙҙең турала[үҙгәртергә]


  • 30/11/2010 — «...Википедия энциклопедияһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. “Шоңҡар”ҙың яңы һанында Башҡорт википедияһы һәм уны тормошҡа ашырыусы замандаштарыбыҙ хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелгән...» “Шоңҡар” журналының 11-се һанлы номерынан анонс