Вирустар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Вирустар
Rotavirus Reconstruction.jpg
Ротавирус
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Viruses

Отрядтар
систематикала 70-кә яҡын ғаилә билдәләнмәгән, улар әлегә билдәле отрядҡа ҡарамай [1]
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ICTV   0
NCBI   10239
EOL   5006

Ви́рус (лат. virus — ағыу) —тере күҙәнәк эсендә генә үрсеү һәләтенә эйә булған күҙәнәкһеҙ инфекция агенты. Вирустар бөтә организмдарҙы, хайуандарҙан алып бактериялар һәм архейҙарға тиклем зарарлай(бактерия вирустарын бактериофаг тип атайҙар ). Башҡа вирустарҙы зарарлаусы үтә паразит вирустарҙы сателлит-вирустар тип атайҙар.

1892 йылда Дмитрий Ивановскийҙың тәмәкенең бактерааль булмаған патогены тураһында мәҡәләһе сыҡҡас һәм 1898 йылда Мартин Бейеринктың тәмәке вирусы мозаикаһын асҡандан һуң[2] 5 меңгә тиклем вирус асылған һәм ентекләп яҙылған булһа ла[3], улар миллиондан артыҡ булырға мөмкин [4]. Вирустар Ерҙә иң таралған биологик форма булып тора һәм барлыҡ экосистемала табылған [5].

Вирустарҙы микробиология бүлеге — вирусология фәне өйрәнә.


Төҙөлөшө[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Күп кенә бактериофагтарҙың формаһы эшләпәнән һәм үҫентенән тора, сәсәк ауыруы вирустары – туры мөйөшлө, герпес һәм грипптыҡы – шар һамаҡ, бәрәңге мозаик ауыруы вирустарының формаһы – еп һымаҡ. Вириондарҙың ҙурлығы 15-350 нм (ҡайһы бер еп һымаҡ вирусларҙың оҙонлоғо 2000 нм-ғаа етә); электрон микроскопта күренәләр. Химик составы буйынса вирустарҙы ябай һәм ҡатлаулы төрҙәргә бүләләр. Ябай вирустар нуклеин кислотаһынан һәм акһым тышсаһы - капсидтан тора. Ҡатлаулы вирустарҙа капсид акһымнары һәм нуклеин кислотаһынан башҡа липидтар һәм акһым-ферменттар бар. Нуклеин кислотаһының һәр ваҡыт нәҫелдәнлек мәғлүмәтен таратыусы бер тибы була (ДНК, йәки РНК, шуға күрә барлыҡ вирустарҙы ла ДНК-һы йәки РНК-һы булғандарға бүләләр). Күҙәнәктәрҙә үрсейҙәр.

Тереклек итеү рәүеше[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Вирустар 2 формала йәшәй: уянмаған хәлдә йәки күҙәнәктән тыш (вирус киҫәксектәре, йәғни вириондар) һәм репродуктив хәлдә, йәғни күҙәнәк эсендә. Вириондарҙың формаһы төрлө.

Тәбиғәттә вирустар һәр ерҙә осорай, йоҡтороусылар ярҙамында йәки механик рәүештә тарала ала. Күҙәнәк эсе паразиттары булараҡ, вирустар кешеләрҙәге күп кенә ауырыуҙарҙы (сәсәк, грипп, ҡыҙылса, полиомиелит һ.б.) китереп сығаралар. Күп кенә хайуандарҙы зарарлаусы полипатоген (ҡотороу ауырыуы, Ауески ауырыуы вирустары) һәм монопатоген вируслартар (сусҡаларҙа тағун (чума), тауыҡтарҙа инфекцион ларинготрахеит ауырыуҙарын китереп сығарыусы вирустар) бар. Үҫемлек вирустары, башлыса, һурыусы бөжәктәр, талпандар, нематодалар һәм ҡайһы бер түбән төҙөлөшлө бәшмәктәр - тамыр паразиттары зооспоралары менән, ҡайһы берҙәре ауырыу үҫемлек ххорлоҡъътарынан тарала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Таксономия вирусов на сайте Международного комитета по таксономии вирусов (ICTV)
  2. Dimmock, 2007, p. 4
  3. Dimmock, 2007, p. 49
  4. Breitbart M., Rohwer F. (2005), "Here a virus, there a virus, everywhere the same virus?", Trends Microbiol Т. 13 (6): 278—284, PMID 15936660, DOI 10.1016/j.tim.2005.04.003 
  5. Edwards R. A., Rohwer F. (2005), "Viral metagenomics", Nat. Rev. Microbiol Т. 3 (6): 504—510, PMID 15886693, DOI 10.1038/nrmicro1163 

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Букринская А. Г. Вирусология — М.: Медицина, 1986. — 336 б.
  • Общая вирусология: В 2 т. М., 1982.


Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]