Калькутта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Город
Калькутта
бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata
Kolkata Imgs.jpg
Ил Һиндостан
Штат Көнбайыш Бенгалия
Координаталары 22°48′ с. ш. 88°22′ в. д. / 22.800° с. ш. 88.367° в. д. / 22.800; 88.367 (G) (O) (Я)Координаталар: 22°48′ с. ш. 88°22′ в. д. / 22.800° с. ш. 88.367° в. д. / 22.800; 88.367 (G) (O) (Я)
Мэр Бикаш Ранджан Бхаттачарья
Беренсе мәртәбә телгә алынған 1690
Майҙаны 185 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 9 м
Халҡы 4 486 679 кеше (2011)
Тығыҙлығы 27 462 кеше/км²
Агломерация 14 112 536
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30
Телефон коды +91 33
Почта индексы 700001 - 700157
Автомобиль коды WB-01, WB-02, WB-03, WB-04
Рәсми сайты сайт http://www.kolkatamycity.com/ (инг.)
Калькутта (Һиндостан)
Калькутта
Калькутта (Һиндостан Көнбайыш Бенгалия)
Калькутта

Кальку́тта (2001 йылдангода рәсми атамаһы — Ко́лката) (бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata; һинди कोलकता) — Һиндостандың көнсығышындағы Ганга делтаһындағы ҡала, Көнбайыш Бенгалия штатының баш ҡалаһы, Һиндостандағы Мумбайҙан ҡала майҙаны буйынса икенсе һәм халҡы буйынса Мумбаи, Дели һәм Бангалорҙан һуң дүртенсе ҡала.

2011 йылға ҡарата халыҡ һаны 4 486 679 кеше[1], агломерацияһы — 14 112 536 кеше[2] (Һиндостан ҡалалар агломерациялары араһында 3-сө урын)[3].

Британия хакимлығы йылдарында Калькутта бар Британия Һиндостаны өсөн 1911 йылғаса баш ҡала ролен үтәгән. Шуның өсөн бөгөн дә ул мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәйәсәт үҙәге булып тора. Шулай ҙа ҡаланың проблемаларыла етәрлек: ярлылыҡ, һауаның бысраныуы һәм юлдарҙағы тығындар.

Атамаһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Хугли йылғаһы

Әүәлге рәсми исеме инглиз әйтелешле Калькутта тип әйтелгән. 2001 йылдың 1 ғинуарынан урындағы хакимиәт атамаһын Колкатаға үҙгәртә, ул бенгалисә яңғырай. 2001 30 июленән был законлаштырыла. Атама ҡала храмы исеме алиһә Кали менән бәйле.

Халҡы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 4 486 679, ҡаланың агломерацияһы — 14 112 536 кеше. 1000 ир- егеткә 928 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡалала уҡыу-яҙя белеү 81 % (был башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда юғары). Халыҡтың артыуы 4,1 %,( башҡа миллионлы ҡалаларға ҡарағанда түбән)

Халыҡтың күп ҡлҡшҡ бенгальүдәр. Әҙселектә бихарҙар, инглиз-һиндостанлылар, ҡытайҙар. XX быуатҡа ҡәҙәре йәһүдтәр ҙә йәшәгән булған.

Индустар 73 % , 23 % — мосолмандар, , 2 % — христиандар, 1 % — джайнистар.

Иҡтисады[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Калькутта — төньяҡ-консығыш Һиндостандың иҡтисад һәм финанс үҙәге. Бында Калькутта фонд биржаһы урынлашҡан. Ул ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында.

Һиндостандың башҡа ҡалаларындағыса Калькутта лаа 1990 йылдарҙан мәғлүмәт технологиялары етеҙ үҫә. Ҡала илдең күп кенә сәнәғәт ҡалалары өсөн штаб-квартира булып тора. Шулар араҙында: ITC Limited, India Government Mint, Kolkata, Haldia Petrochemicals, Exide Industries, Hindustan Motors, Britannia Industries, Bata India, Birla Corporation, CESC Limited, RPG Group, Texmaco Limited, Bengal Ambuja, Philips India, Eveready Batteries, Coal India Limited, Damodar Valley Corporation, PwC India, һәм Peerless Group.

Эре банкылар һәм финанс үҙәге, шулай уҡ күп кенә банкылар өсөн дә штаб-квартираһы булып иҫәпләнә: Allahabad Bank, Uco Bank и United Bank of India.

Ҡала мөһим сәнәғәт үҙәге булып ҡала: бында ҡорос ҡойоу, машина төҙөлөшө, цемент, фармацевтика, аҙыҡ-түлек, текстиль тармаҡтары үҫешкән. 2005 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Калькуттала тулайым эске продукт АҠШ-тың 94 млрд доллар тәшкил итә. 2009 йылға был күрһәткес тағы ла күтәрелә төшкән,162 млрд. доллар.

Элемтә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡаланың мобиль элемтәһен BSNL дәүләт компаниеһы һәм шулай уҡ шәхси операторҙар: Vodafone, Airtel, Reliance Communications, Uninor, Idea Cellular, Aircel, Tata DoCoMo, Tata Indicom, Virgin Mobile и MTS India йүнләй. Киң форматлы интернет селтәрен BSNL, Tata Indicom, Sify, Airtel, Reliance и Alliance компаниелары тәьмин итә.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡаланың архитектураһы үҙ эсенә готик, роман, барокко, көнсығыш һәм һинд-ислам стилдәрен эсенә ала. 1814 йылда төҙөлгән Һинд музейы, Азияла иң боронғоларҙан иҫәпләнә, унда Һиндостан тарихы һәм мәҙәниәте ҡомартҡылары бик күп.

Saltlake stadium kolkata.jpg Victoria Memorial Kolkata panorama.jpg Kolkatatemple.jpg India Education.jpg
Кали алиһәһе ҡорамы (храм)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡалып:Столицы штатов и союзных территорий Индии Ҡалып:Города-миллионники Индии