Грек теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Грек теле
Үҙатама: Ελληνικά [e̞ˌliniˈka]
Илдәр: Греция, Кипр; АҠШ тағы берекмәләр, Канада, Австралия, Германия, Төркиә, Албания, Армения, Грузии, Италия, Мысыр
Төбәктәр: Греция, Кипр, ЕС; Италия һәм Албания лағы милли аҙсылыҡтар теле
Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: 12-15 миллион тирәһе
Классификация (?)
Категория: Евразия телдәре
Һинд-Европа ғаиләһе
Палеобалкан тармағы
Грек төркөмө
Яҙма: грек әлифбаһы
Тел кодтары (?)
ГОСТ 7.75–97: гре 157
ISO 639-1: el
ISO 639-2: gre (B); ell (T)
ISO 639-3: ell

Грек теле (юнан теле (иҫке.)) — Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел — документтар буйынса, уның ғүмер оҙонлоғо — 3,500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге 15-се йәки 14-се быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Арменияла, Грузияла, Украинала, Молдавияла, Румынияла , Мысырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12—15 миллион кеше һөйләшә. Грек теле беҙҙең эраға тиклемге 9-сы быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуаттан алып Кипрҙа грек әлифбаһы ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.

Тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Грек теленең тарихы шартлы рәүештә һанап үтелгән осорҙарға бүленә:

Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм XIX быуат, XX быуат башында әҙәби, юридик, административ һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле. 1976 йылда аралашыу теле Грецияның рәсми теле итеп иғлан ителә.

Грек әлифбаһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Грек әлифбаһы
Грек әлифбаһы
Α α Alfa Ν ν Ni
Β β Beta Ξ ξ Xi
Γ γ Gamma Ο ο Omicron
Δ δ Delta Π π Pi
Ε ε Epsilon Ρ ρ Ro
Ζ ζ Zeta Σ σ ς Sigma
Η η İta Τ τ Taf
Θ θ Teta Υ υ Upsilon
Ι ι Iota Φ φ Fi
Κ κ Kappa Χ χ Chi
Λ λ Lambda Ψ ψ Psi
Μ μ Mi Ω ω Omega