Месопотамия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Элмёле Семирамида баҡсалары — Вавилон (реконструкция)

Месопотамия (бор. грек. Μεσοποταμία «ике йылға араһы [ерҙәре]»; ғәр. بلاد الرافدين‎ «йылғалар ере») — Яҡын Көнсығышта, Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә булған Боронғо донъяның бөйөк цивилизацияларының береһе. Шартлы хронологик сиктәре — беҙҙең эраға тиклем IV меңйыллыҡ урталарынан (Урук дәүере) алып беҙҙең эраның 539 йылдың 12 октяберенә тиклем («Вавилондың ҡолауы»). Төрлө ваҡыттарҙа бында Шумер, Аккад, Вавилония һәм Ассирия батшалыҡтары урынлашҡандар.

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем IV меңйыллыҡ урталарынан алып һәм беҙҙең эраның XIII быуатына тиклем Месопатамияла иң ҙур ҡалалар һәм ҡала агломерациялары урынлашҡандар. Боронғо донъяла Вавилон "донъя ҡалаһы"ның синонимы булып торған, ә Урта быуаттарҙа — Бағдад. Месопатамия вавилон һәм ассирия хакимлыҡтары дәүерендә, һуңынан ғәрәптәр осоронда сәскә атҡан.

Шумерҙар килеп сығыуы осоронан алып Яңы Вавилон батшалығы ҡолауына тиклем Месопатамия уйһыулығында дөйөм Ер шары халҡының 10 % йәшәгән.

Былар барыһы ла беҙҙең эраға тиклем IV—III меңйыллыҡтар осорондағы Месопатамияны цивилизацияларҙың иң боронғор усаҡтарының береһе булып тора. Бында боронғо ҡала-дәүләттәр, шул иҫәптән шумер ҡалалары Киш, Урук, Ур, Лагаш, Умма, семит ҡалаһы Акшак, аморей/шумер ҡалаһы Ларса, һәм тағы ла Аккад, Ассирия һәм б.э.т. 2 меңйыллыҡтағы — Вавилония дәүләттәре барлыҡҡа килгәндәр. Артабан Месопатамия территорияһы Ассирия (б.э.т. IX—VII быуаттар), Яңы Вавилон батшалығы (б.э.т. VII—VI быуаттар) составына керә.

Месопотамия барлыҡҡа килеү тарихы донъя тарихы башланыу менән тап килеүе мөмкин. Тәүге яҙма документтар шумерҙарҙыҡы тип иҫәпләнә. Боронғо Месопотамия 25 быуатҡа яҡын йәшәгән.

Ваҡиғалар хронологияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Б.э.т. IV меңйыллыҡ — Көньяҡ Месопотамиялағы Урук дәүере, бронза дәүере. Шумер цивилизацияһының нигеҙҙәре һалына, пиктографик яҙма менән яҙылған тәүге хужалыҡ документтары архивы, ғибәҙәтханалар, тәүге ҡалалар һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Үрге Месопотамияла — бронза дәүере башланыуы, шумер колониялары (Хабуба Кабира, Джебель Аруда), тәүге ҡалалар барлыҡҡа килә.
  • Б.э.т. IV меңйыллыҡ аҙағы — III меңйыллыҡ башы — Көньяҡ Месопотамиялағы Джемдет Наср дәүере. Социаль айырмалыҡтарҙың тәрәнәйеүе, лидерҙарҙың һүрәттәре, ә дәүер аҙағына ҡарай Шумер дәүләттәре һәм династиялары барлыҡҡа килә.
  • Б.э.т. XXVIII — XXIV быуаттар — Месопотамияла Иртә династия дәүере. Шумер цивилизацияһының сәскә атыуы — ҡалалар, дәүләттәр, яҙыу, монументаль ҡоролмалар, ирригацион системалар, сауҙа, һөнәрселек, ғилем, әҙәбиәт һәм башҡалар ҙур үҫеш алалар. Өс этапҡа бүленә.
Ур ҡалаһының батшалар зыяратында табылған фигураларҙың береһе. Б.э.т. 2600—2400 йй.
Барни ярҙамы. Боронғо Вавилон, яҡынса б.э.т. 1800 й.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Емельянов В. В.  Древний Шумер. Очерки культуры — СПб.: Петербургское востоковедение, 2001. — 368 б. — ISBN 5-352-00444-9.
  • История всемирной литературы. В 9 тт. Т. 1 — М.: Наука, 1983. — 584 б.
  • Клочков И. С.  Духовная культура Вавилонии: человек, судьба, время — М.: Наука, 1983. — 207 б.
  • Крамер С. Н.  История начинается в Шумере. 2-е изд — М.: Наука, 1991. — 233 б. — ISBN 5-02-016729-0.
  • Ладынин И. А., Ляпустин Б. С., Немировский А. А., Бухарин М. Д.  История Древнего Востока — М.: Дрофа, 2009. — 640 б. — ISBN 978-5-358-01189-2.
  • Ллойд С.  Археология Месопотамии. От древнекаменного века до персидского завоевания — М.: Наука, 1984. — 280 б. — (По следам исчезнувших культур Востока).
  • Оппенхейм А.  Древняя Месопотамия. Портрет погибшей цивилизации. 2-е изд — М.: Наука, 1990. — 320 б. — (По следам исчезнувших культур Востока). — ISBN 5-02-016582-4.
  • Рагозина З. А.  История Халдеи с отдалённейших времен до возвышения Ассирии — СПб.: Издание А. Ф. Маркса, 1902. — 472 б.
  • Франкфорт Г. А., Уилсон Дж. А., Якобсен Т.  В преддверии философии: духовные искания древнего человека — М.: Наука, 1984. — 238 б.
  • Якобсен Т.  Сокровища Тьмы: история месопотамской религии — М.: Восточная литература, 1995. — 293 б. — ISBN 5-02-016601-4.
  • Atlas de la Mésopotamie et du Proche-Orient ancien, Brepols, 1996 ISBN|2503500463.
  • Benoit, Agnès; 2003. Art et archéologie : les civilisations du Proche-Orient ancien, Manuels de l’Ecole du Louvre.
  • Bottéro, Jean; 1987. (фр.) Mésopotamie. L'écriture, la raison et les dieux, Gallimard, coll. " Folio Histoire ", ISBN 2070403084.
  • Bottéro, Jean; 1995. Mesopotamia: writing, reasoning and the gods. Trans. by Zainab Bahrani and Marc Van de Mieroop, University of Chicago Press. ISBN 978-0226067278
  • Edzard, Dietz Otto; 2004. Geschichte Mesopotamiens. Von den Sumerern bis zu Alexander dem Großen, München, ISBN 3-406-51664-5
  • Hrouda, Barthel and Rene Pfeilschifter; 2005. Mesopotamien. Die antiken Kulturen zwischen Euphrat und Tigris. München 2005 (4. Aufl.), ISBN 3-406-46530-7
  • Joannès, Francis; 2001. Dictionnaire de la civilisation mésopotamienne, Robert Laffont.
  • Korn, Wolfgang; 2004. Mesopotamien — Wiege der Zivilisation. 6000 Jahre Hochkulturen an Euphrat und Tigris, Stuttgart, ISBN 3-8062-1851-X