Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Айбулат Рәхмәтуллин
1. Айбулат Рахматуллин.JPG
Төп мәғлүмәттәр
Тыуыу датаһы

12 май 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (48 йәш)

Тыуыу урыны

Нәби ауыл, Бөрйән районы, БАССР

Ил

Советтар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ҡоралдары

ҡурай, ҡумыҙ, думбыра

Наградалары
Башҡортостандың халыҡ артисы

Айбулат Рәхмәтуллин, Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин (12 май 1967) — билдәле ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин 1967 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында күренекле ҡурайсы һәм танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин (1937) ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан башҡорт халыҡ йырҙарын һәм үҙенсәлекле ҡурай моңдарын тыңлап үҫә. Атаһы өлгөһөндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йылдарында төрлө сәхнәләрҙә даими сығыш яһай. Билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата, йылдан-йылға үҙенең оҫталығын арттыра һәм шымарта бара. Шуға ла киләсәктә «кем булырға» тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай. Һигеҙенсе синыфты бөткәс тә Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Уның «ҡурай» класын 1986 йылда тамамлағас, Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып үҙалы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлай.

Айбулат Рәхмәтуллин — ҡурайсыларҙың төрлө кимәлдә үткәрелгән бәйге—конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм бик күп ҡалаларынан тыш Испания, Төркиә, Италия һәм Украинала уңышлы сығыш яһай. Уның репертуарында башҡорт халҡының 200-гә яҡын оҙон һәм бейеү көйҙәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Дәүләтбай һәм Айбулат Рәхмәтуллиндар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]