Урта диңгеҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Урта диңгеҙ
Mediterranian Sea Turkey Sunset.jpg
Урта диңгеҙҙә ҡояш байыуы, Анталья провинцияһы, Төркиә.

Координаталар: 35°00′00″ с. ш. 18°00′00″ в. д. / 35.00000° с. ш. 18.00000° в. д. / 35.00000; 18.00000 (G) (O) (Я)


Урта диңгеҙ — Атлантик океан бассейнына ҡараған һәм уға Гибралтар боғаҙы аша тоташҡан диңгеҙ. Альборан, Балеар, Лигурий, Тиррен, Адриатик, Ионик һәм Эгей диңгеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Уның бассейнына шулай уҡ Мәрмәр, Азак һәм Ҡара диңгеҙ инә.

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндәге Урта диңгеҙ боронғо Тетис океанының ҡалдығы булып һанала. Тетис океаны Урта диңгеҙҙән күпкә киңерәк һәм көнсығышҡа табан йәйелгән булған. Арал,Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Мәрмәр диңгеҙҙәре шулай ук Тетистың ҡалдыҡтары булып тора.

Борон Тетис океанын бөтә яҡтан да ҡоро ер уратып, Пиреней ярымутрауы Африка менән ҡоро ер аша тоташып тороуы ихтимал.

Физик-географик белешмә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Урта диңгеҙ 21 илдең ярҙарын йыуа:

Европала (көнбайыштан көнсығышҡа): Бөйөк Британия (Гибралтар), Испания, Франция, Монако, Италия, Мальта, Греция, Төркиә (Европалағы өлөшө), Черногория, Хорватия, Албания, Словения;
Азияла (төньяҡтан көньяҡҡа): Төркиә (Азиялағы өлөшө), Сирия, Кипр, Ливан, Израиль һәм Мысыр (Азиялағы өлөшө);
Африкала (көнсығыштан көнбайышҡа): Мысыр (Африкалағы өлөшө), Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм Испания.

Майҙаны 2 500 мең км².

Һыу күләме 3 839 мең км³.

Уртаса тәрәнлек 1 541 м; иң тәрән урыны — 5 121 м.

Иң эре утрауҙар: Балеар утрауҙары, Корсика, Сардиния, Сицилия, Крит һәм Кипр.


диңгеҙ Был диңгеҙ тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.