Ирландия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ирландия Республикаһы
Poblacht na hÉireann
Republic of Ireland
Ирландия Ирландияның гербы
Ирландияның флагы Ирландияның гербы

Координаталар: 53°08′00″ с. ш. 8°07′00″ з. д. / 53.13333° с. ш. 8.11667° з. д. / 53.13333; -8.11667 (G) (O)

Гимн: «Amhrán na bhFiann»
EU-Ireland.svg
Ирландияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел)
Бойонороҡһоҙлоҡ датаһы 6 декабрь 1922 (Бөйөк Британия дәүләтенән)
Рәсми телдәр ирланд һәм инглиз
Баш ҡала Дублин
Эре ҡалалары Дублин, Корк
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Майкл Д. Хиггинс
Энда Кенни
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 117
70273 км²
2
Халыҡ
• Баһалау (2011)
Тығыҙлыҡ

4 581 269 кеше (Урыны: 120)
60,3 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2010)
  • Йән башына

172,5 млрд[1] $ (Урыны: 55)
39 009 $
КПҮИ (2011) 0,908[2] (бик юғары) (Урыны: 7)
Валюта Евро (EUR, код 978) [3]
Интернет-домендары .ie
Телефон коды +353
Сәғәт бүлкәттәре UTC +0

Ирла́ндия, Ирла́ндия Респу́бликаһы (Éire; ингл. Ireland, Republic of Ireland) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт, Ирландия утрауының ҙур өлөшөн биләй. Илдең исеме кельт телендәге Éire — дәүләт һүҙенән барлыҡҡа килә. Башҡалаһы — Дублин, унда яҡынса 1,4 млн.кеше йәшәй. 1973 цылдан алып Европа Берләшмәһендә ағза булып тора.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ирландия парламент республикаһы булы тора. Ҡануниәт хакимиәтенең юғары органы — ике палатанан (Ирландия йыйылышы һәм Сенаты) ҡоролған парламент (ирл. «Ти́хе-ан-И́ряхташ» — Tithe An Oireachtais — «шуро», «ҡоролтай»).

Дойл Эренға (Dáil Éireann — «Ирландия йыйылышы») 160 алып 170 тиклем ағза халыҡ менән һайлана.

Ирландия Сенаты (Seanad Éireann) 60 сенаторҙарҙан төҙөлә.

Ирландия президенты (Uachtarán) 7 йылға бер һайланыла. Ул күбенсә церемониаль функцияларҙы үтәй. Ысынында, илдә төп дәүләт башлығы тип Ирландияның Премьер-министры (Taoiseach — «предводитель») булып килә.

Халҡы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ирландияның төп халҡы сығышы менән кельт халҡына ҡарай. Дөйөм халыҡ һаны — 4,24 миллион кеше. Халыҡтың яҡынса 58 % ҡалалрҙа йәшәй. Илдә ҡырҡтан ашыу милләт көн күрә, әммә уларҙың 88,6 % самаһы — ирландтар. Ҡалғандары Европанан, Африканан, Азиянан сыҡҡан эмигранттар: поляктар (1,5 %), литвалар (0,6 %), нигерийҙар (0,4 %), латыштар (0,3 %), американдар (0,29 %), ҡытайҙар (0,27 %), немецтар (0,24 %).

Ирландия байрамдары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ирландияла иң төп милли байрам булып Изге Патрик көнө һынала. Унан башҡа христиан байрамдары (Пасха, Раштыуа), дәүләт көнө һ.б. билдәләнә.

Галерея[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Report for Ireland (инг.). International Monetary Fund. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 март 2012. 22 февраль 2011 тикшерелгән.
  2. Human Development Index and its components
  3. 1999 йылға тиклем  — ирланд фунты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]