15 ғинуар
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
15 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 15-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 351 көн ҡала (кәбисә йылында 352).
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Википедия көнө, 2001 йылда Википедияның беренсе версияһы сыға.
- Мысыр — Ағас ултыртыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1908 — Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, башҡорт яҙыусыһы, шағирә.
- 1909 — Чанышев Әмир Иҙрис улы, башҡорт яҙыусыһы.
- 1910 — Мортазин Рәүеф, башҡорт композиторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1926 — Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1929 — Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, филология фәндәре кандидаты, профессор, башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- 1926 — Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостандың билдәле хужалыҡ эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- 1930 — Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- 1932 — Бикҡолов Шакир Сәлим улы, башҡорт шағиры.
- 1934 — Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы режиссер.
- 1942 — Назаров Хәсән Мөҙәрис улы, шағир, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1952 — Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, башҡорт опера йырсыһы (сопрано), педагог, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1985).
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1919 — Роза Люксембург, теоретик марксизм теоретигы, философ, иҡтисадсы һәм публицист. Немец һәм һул революция социаль-демократтарҙың йоғонтоло, абруйлы эшмәкәре.
- 1943 — Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1943 — Үтәғолов Зөбәй Тәхфәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1944 — Сыртланов Муллайәр Исламгәрәй улы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2004 — Муса Ғәли, башҡорт яҙыусыһы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.