15 июль
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
15 июль — григориан стиле буйынса йылдың 196-се (кәбисә йылында 197) көнө. Йыл аҙағына тиклем 169 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1606 — Рембрандт (Рембрандт Харменс ван Рейн), нидерланд рәссамы; һүрәт төшөрөүсе гравёр, күләгә һәм яҡтылыҡ оҫтаһы, Голландия һынлы сәнғәте алтын быуатының күренекле шәхесе.
- 1910 — Рафиҡов Зәйнетдин Фәсхетдин улы, башҡорт шағиры.
- 1912 — Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы, Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1916 — Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарҙа ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1931 — Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы, башҡорт эшсе синыфынан сыҡҡан Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- 1936 — Аллаярова Нажия Һибәт ҡыҙы, йырсы, БАССР-ҙың халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы.
- 1938 — Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1015 — Владимир I Святославич, Владимир I, 970—988 йылдарҙа Новгород кенәзе. Киев кенәзлегенең бөйөк кенәзе (980 йылдан). Киев кенәзе булған осорҙа Русь христиан динен ҡабул итә.
- 1904 — Чехов Антон Павлович, урыҫ яҙыусыһы һәм драматургы, белеме буйынса табип.