Бикбаев Баязит Ғаяз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баязит Бикбай
Bikbaj.jpg
Исеме:

Бикбаев Баязит Ғаяз улы

Тыуған көнө:

9 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур өйөҙе, Ҡалта ауыл[1]

Вафат булыу датаһы:

2 сентябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Советтар Союзы СССР

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Баязи́т Ғаяз улы Бикба́ев (Баязит Бикбай) (9 ғинуар 1909 — 2 сентябрь 1968) — күренекле башҡорт шағиры, прозаигы, драматургы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969).

Биография[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. Унан һуң «Ленин юлы» Туймазы район гәзитендә яуаплы сәркәтиб булып эшләй. Өфөлә «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире. «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт Дәүләт драма теәтрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.

Баязит Бикбай — шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Бер үк ваҡытта ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа.

1937 йылда Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре «Ҡарлуғас» яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. «Салауат Юлаев» исемле беренсе башҡорт милли операһының либретто авторы. Ул 40-тан ашыу китап авторы. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. 1970 йылда (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Аҡселән ташҡанда: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 320 бит.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (урыҫ.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Бикбай (Бикбаев) Баязит Ғаяз улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]