3 сентябрь
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
3 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 246-се (кәбисә йылында 247) көнө. Йыл аҙағына тиклем 119 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Австралия — Флаг көнө.
- Катар — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Молдавия — Милли ғәскәр көнө.
- Сан-Марино — Республикаһы нигеҙләнгән көн.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1948 — Айһылыу Йәғәфәрова, башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- 1951 — Зөфәр Тимербулатов, башҡорт партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим. 1991—1994 һәм 2000—2004 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат министры, философия фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин (2004) һәм Зәйнәб Биишева (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1883 — Иван Тургенев, урыҫ яҙыусыһы, драматург.
- 1981 — Фәтхерахман Әхмәҙиев, үҙешмәкәр татар композиторы. («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б.)
- 1995 — Шәриф Бикҡол, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты.