Исаак Ньютон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Исаак Ньютон
Isaac Newton
GodfreyKneller-IsaacNewton-1689.jpg
Кнеллера төшөргән портрет (1689)
Тыуған ваҡыты:

25 декабрь 1642 (4 ғинуар 1643)({{padleft:1643|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Вулсторп, Линкольншир, Англия короллеге

Вафат ваҡыты:

20 март 1727 (31 март 1727)({{padleft:1727|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (84 йәш)

Вафат урыны:

Кенсингтон, Мидлсекс, Англия, Бөйөк Британия короллеге

Ил:

Англия короллеге, Бөйөк Британия короллеге

Фәнни даирә:

физика, механика, математика, астрономия

Альма-матер:

Кембридж университеты (Тринити-колледж)

Имза:

Isaac Newton signature.svg

Исаа́к Нью́тон (ингл. Sir Isaac Newton, 1752 йылға тиклем ғәмәлдә булған Юлиан календары буйынса 1642 йылдың 25 декабрендә тыуған, 1727 йылдың 20 мартында вафат булған, йәки Григориан календары буйынса 1643 йылдың 4 мартында тыуған, 1727 йылдың 31 мартында вафат булған) — инглиз физигы, математигы һәм астрономы, классик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; кешелек тарихында «механика фәненең атаһы» тигән маҡтаулы ҡушамат менән танылған бөйөк инглиз ғалимы. «Тәбиғи фәлсәфәнең математик нигеҙе» тигән хеҙмәттә бөтә донъя тартылышы законын һәм механиканың өс законын асып, классик механикаға нигеҙ һала.

Биографияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Исаак Ньютон граждандар һуғышы башланыр алдынан, Галилео Галилей үлгән йылда Вульстроп ауылында (ингл. Woolsthorpe, Линкольншир графлығында) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы выфат була. Малай сирле, ваҡытынан алда тыуа. Бер аҙна ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй.

Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары 1524 йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай.

1646 йылда уның әсәһе Анна Эйсской (ингл. Hannah Ayscough) 63 йәшлек тол иргә кейәүгә сыға, уларҙың өс балаһы була, һәм унда Исаак ҡайғыһы булмай. Әсәһе яғынан бабаһы Уильям Эйской уның ҡурсалаусыһы була. Бала сағында Ньютон аралашмаусан, йомоҡ һәм һөйләшмәҫ була, китап уҡырға һәм төрлө техник уйынсыҡтар эшләргә ярата: ҡояш сәғәте, һыу сәғәте, тирмән һ.б. Ул үҙен яңғыҙ тип хис итә.

1653 йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫын әсәһе Исаакҡа яҙҙыра.

1655 йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә 1659 йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә йорт эштәрен йөкмәтергә маташа. Тырышыу уңышһыҙ булып сыға — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың Кембридж университетында уҡыуын дауам итеүенә ирешәләр.

Уның физика, математика, астрономия өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала (Г. Лейбниц менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәрнең авторы ла. И. Ньютон, фәндә беренсе булып, яҡтылыҡтың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленү (дисперсик) хасыятын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ кескенә өлөштәрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә. И. Ньютонды хаҡлы рәүештә бөйөк һәм мәшһүр ғалим итеп таныткан асыштары механика фәненә ҡарай, әлбиттә. Ул — хәрәкәттең өс атаҡлы законын асҡан ғалим. Шуларҙың беренсеһе — инерция законы; икенсеһе — хәрәкәт күләме менән көс араһындағы тәңҡиллек; өсөнсөһө — йоғонто яһаусы хәрәкәт менән ҡаршы хәрәкәт араһындағы тәңҡиллек. Был һәм башҡа ошондай асыштарҙың әһәмиәте астрономия, физика, механика, математика һ. б. фәндәрнең киләсәктәге үҫеше өсөн генә түгел, бәлки, ғөмүмән донъяның барлыҡ законсаллыҡтарын өйрәнеү өсөн дә тейешле нигеҙ, шулай ук этәргес көс булыуҙа тип һанарға кәрәк.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Акройд П. Исаак Ньютон. Биография — М.: КоЛибри, Азбука-Аттикус, 2011. — 256 б. — ISBN 978-5-389-01754-2.
  • Белл Э. Т. Творцы математики — М.: Просвещение, 1979. — 256 б.
  • {{книга |автор=Вавилов С. И. |заглавие=Исаак Ньютон |ref=Вавилов С. И.
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6


Эйнштейн Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.