27 март
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
27 март — григориан стиле буйынса йылдың 86-се (кәбисә йылында 87) көнө. Йыл аҙағына тиклем 279 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Халыҡ-ара театр көнө.
- Ангола — Еңәү көнө.
- Мьянма — Армия көнө.
- Рәсәй — Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәр көнө.
- Япония — Сакура сәскәһе байрамы.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1855 — АҠШ-та керосин патентлана.
- 1860 — Нью-Йоркта М. Л. Бирн штопорға (бөкө һурғыс) патент ала.
- 1952 — Дәрес ҡалдырғаны өсөн студент Борис Ельцин Урал политехник институтынан сығарыла. Артабан университетҡа кире ҡайтарылды.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1916 — Дәүләтов Әбдрәүеф Ғәни улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1943 — Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре.
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1968 — Юрий Гагарин, планетаның беренсе космонавты (авиакатастрофала һәләк була).