3 ғинуар
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
3 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 3-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 363 көн ҡала (кәбисә йылында 364).
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1959 — Аляска АҠШ-тың 49-сы штаты итеп иғлан ителә.
- 1961 — АҠШ Куба менән дипломатик бәйләнештәрен өҙә.
- 1977 — Американың «Apple» фирмаһы үҙенең беренсе компьютерын эшләп сығара.
- 1993 — Мәскәүҙә Рәсәй һәм АҠШ араһында стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын артабан ҡыҫҡартыу һәм сикләү тураһында килешеү төҙөлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1891 — Йомағолов Харис Йомағол улы, 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт Совет республикаһының Ваҡытлы хәрби революцион комитеты етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1906 — Алексей Григорьевич Стаханов, Советтар Союзында «стахановсылар хәрәкәте»н башлаған алдынғы шахтер.
- 1922 — Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1936 — Николай Михайлович Рубцов, урыҫ совет шағиры.
- 1949 — Сәлимов Марсель Шәйнур улы, Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1951 — Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы, башҡорт журналисы һәм шағиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000)
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1923 — Ярослав Гашек, чех сатирик яҙыусыһы.
- 2008 — Абдулов Александр Гаврилович (1953), Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы.