Георг Фридрих Һендель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Георг Фридрих Һендель
Georg Friedrich Händel
George Frideric Handel by Balthasar Denner.jpg
Георг Фридрих Һендель (1733)
Төп мәғлүмәттәр
Тыуыу датаһы

23 февраль 1685({{padleft:1685|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуыу урыны

Һалле, Изге Рим империяһы

Вафат булыу датаһы

14 апрель 1759({{padleft:1759|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булыу урыны

Лондон, Бөйөк Британия Короллеге

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы
Бөйөк Британия Короллеге Бөйөк Британия Короллеге

Һөнәрҙәре

композитор, органсы, клавесинсы

Ҡоралдары

клавесин, орган, гобой

http://gfhandel.org
"Һендель" бите бында йүнәтелә.

Геóрг Фри́дрих Һе́ндель (нем. Georg Friedrich Händel, ингл. George Frideric Handel; 23 февраль, 1685, Һалле — 14 апрель, 1759, Лондон) — алман (немец) барокко эпохаһы композиторы, опералары, ораториялары һәм концерттары менән билдәле. Германияла Йоһан Себастьян Бах һәм Доменико Скарлатти менән бер йылда тыуған. Музыкаль белемде һәм тәжрибәне Италияла алған, шунан Лондонға күсенгән, артабан Британия гражданлығына күскән. Иң билдәле әҫәрҙәре иҫәбенә «Мессия», «Һыу өҫтөндә музыка» һәм « Король фейервергы өсөн музыка» инә.

Биография[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ижадының тәүге йылдары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сығышы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Георг Һендель, композиторҙың атаһы

Һенделдәрҙең ғаиләһе Саксонияға XVII быуат башында күсенгәнгә оҡшаған. Композиторҙың атаһы Валентин Һендель Бреслауҙа баҡырсы булған; Һаллела ул баҡырсы оҫта Сэмюэля Бейчлингтың ҡыҙына өйләнгән[1]. Улы, Георг[en] Саксонияның Брандербург судында хеҙмәт иткән һарай цирюльнигыхирург һәм Һалленың хөрмәтле гражданы булған. Георгтың икенсе никахынан тәүге улы Георг Фридрих тыуғанда уға 63 тулған инде[2].

Георг Фридрихтың әсәһе Доротея рухани ғаиләһендә үҫкән. Атаһы, ике туғаны чуманан үлемесле ауырыу булғанда ул ғаиләһенән бер ҡайҙа ла китмәй, яҡындары янында ҡалған [3]. Георг һәм Доротея 1683 йылда Бранденбург электоратында никахҡа ингән[1]. Һенделдең ата-әсәһе бик динле кешеләр булған һәм XVII быуат буржуаз йәмғиәтенә хас тормош рәүеше алып барғандар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Halle — A Cradle of a European Composer (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2012. 25 март 2012 тикшерелгән.
  2. Georg Händel (1622-97): the barber-surgeon father of George Frideric Handel (1685-1759). (инг.). British Society for the History of Medicine, Cambridge. 11 март 2012 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Rolland, 1916, p. 2


Иоганн Себастьян Бах Был композитор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.