Босфор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Босфор боғаҙы
төр. İstanbul Boğazı
Европа ярынан күренеш
Европа ярынан күренеш
41°07′10″ с. ш. 29°04′31″ в. д. / 41.11944° с. ш. 29.07528° в. д. / 41.11944; 29.07528 (G) (O) (Я)Координаталар: 41°07′10″ с. ш. 29°04′31″ в. д. / 41.11944° с. ш. 29.07528° в. д. / 41.11944; 29.07528 (G) (O) (Я) (T)
Бәйләне Ҡара диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙ
Ил Төркиә Төркиә
Бүлене Европа яғында Фракия һәм Азия яғында Анатолия
Киңлеге максималь 3,6 км
Оҙонлоғо 29,9 км
Иң ҙур тәрәнлеге 120 м
Босфор (Төркиә)
Blue pog.svg
2004 йылда НАСА төшөргән фото, 2004 год. Өҫтә Ҡара диңгеҙ, аҫта — Мәрмәр диңгеҙ
2004 йылда НАСА төшөргән фото, 2004 год. Өҫтә Ҡара диңгеҙ, аҫта — Мәрмәр диңгеҙ
Commons-logo.svg Босфор боғаҙы Викиһаҡлағыста

Босфо́р (төр. İstanbul Boğazı, грек. Βόσπορος «Һыйыр кисеүе»), Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙҙе тоташтырып тороусы, Европа менән Кесе Азияны айырып тороусы боғаҙ. Босфор боғаҙы Европа сиктәренә инә. Боғаҙҙың ике яғында ла тарихи ҡала Константинополь, хәҙерге Истанбул урынлашҡан. Боғаҙҙың оҙонлоғо — 30 км, максималь киңлеге — төнъяҡта 3 700 м, минималь киңлеге — 700 м, фарватер тәрәнлеге — 36 м-ҙан 124 м-ға тиклем.

Легенда буйынса, боғаҙ исеме боронғо грек батшаһы Аргостың ҡыҙы, Зевстың һөйәркәһе Ио исеменән алынған. Зевс ҡатыны Гераның нәфрәтенән ҡотолоу өсөн Ионы аҡ һыйырға әйләндерә. Меҫкен Ио ҡотолоу өсөн һыу юлын һайлай һәм зәңгәрһыу боғаҙға сума. Шунан башлап боғаҙ «Һыйыр боғаҙы» йәки Босфор тип атала.

Диңгеҙ ярҙарын ике күпер тоташтыра: 1 074 м оҙонлоғондағы Босфор күпере (1973 йылда төзөлгән) һәм 1 090 м-лы беренсе күперҙән 5 км төньяҡтараҡ Солтан Мәхмүт Фатих күпере (1988 йылда төҙөлгән). Өсөнсө автомобиль күпере төҙөү ҙә планлаштырылған, әммә Төркиә хөкүмәте, ергә хаҡ артыуынан ҡурҡып, быны сер итеп тота. Хәҙерге ваҡытта, Стамбулдың Европа һәм Азия өлөштәрен тоташтырыусы «Marmaray» тимер юл тоннеле төҙөлә (тамамланыу осоро — 2012 йыл).

Солтан Мәхмүт Фатих күпере.

Босфор боғаҙы бары тик 7500-5000 йыл элек барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Ул ваҡытта Ҡара һәм Урта диңгеҙ кимәле түбәнерәк булған һәм улар тоташмаған булған. Һуңғы боҙлоҡ осоронда боҙ һәм ҡар эреү сәбәпле ике һыу ятҡылығының да кимәле күтәрелә. Көслө һыу ағымы бер нисә көн эсендә үҙенә юл ярып, ике диңгеҙҙе тоташтыра.

Босфор Рәсәй, Украина, Кавказ аръяғы республикалары, көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә Урта диңгеҙгә һәм донъя океанына сығырға мөмкинлек биргән мөһим боғаҙ булыр тора. Рәсәйҙең һәм Каспий регионының нефте боғаҙ аша экспортлауҙа мөһим урын алып тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Аноприенко А. Я. Атлантида и индоевропейская цивилизация: новые факты, аргументы и модели. Донецк. «УНИТЕХ». 2007. — ISBN 966-8248-12-0


Океанология Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.