Википедия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Wikipedia wordmark

Википедия (ингл. wikipedia Loudspeaker.png  әйтелеше (белешмә • ярҙам)) — бихисап телдәрҙә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыуға сығарыу урыны. http://www.wikipedia.org/ интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адреслы. Башҡорт телендәге бүлек http://ba.wikipedia.org адресында.

Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһы уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедия фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штаты Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән, шулай уҡ фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәге эшмәкәрлеккә фонд ҡыҫылмай һәм үҙ сәйәсәте менән баҫым яһамай. Википедияның эстәлеге ирекле һәм уға бөтә донъя кешеләре хужа булып тора. Википедия эсендә алып барылған эшмәкәрлеккә ҡулланыусылар үҙ аллы идара итә.

Википедияның иң мөһим үҙенсәлеге булып уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуы тора. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Шулай уҡ Википедия сайтында теркәлеү мотлаҡ түгел. Әммә иҫәп яҙыуын теркәгән осраҡта ҡулланыу уңайлыҡтары арта.

Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр бер кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә һәм һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйәсәк. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн телде ҡулланыу даирәһе арта.

Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 285 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 38 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 23 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә — 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерланд телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллионға яҡынлаша.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып ете меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, һуңғы утыҙ көндә 50-нән ашыу теркәләгән мөхәррир бер һәм унан күберәк өҫтәмә индергән. Википедияның башҡорт теле бүлегендә әлеге ваҡытта 35 150 мәҡәлә бар. Һуңғы йылда бүлектә мәҡәләләр һанының һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә.

Төп биш ҡағиҙә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Википедияла һәр телдәге бүлек өсөн мотлаҡ булған төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән, һәм һәр телдәге бүлек өсөн үҙенсәлекле.

Википедия ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө -энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған биш ҡағиҙәнең беренсеһе.

Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра, әлегә тиклем булмаған яңы мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия йөкмәткеһен камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был иһә Википедияның бөтә тел бүлексәләре өсөн мотлаҡ булған икенсе төп ҡағиҙә.

Википедиялағы мәғлүмәт һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла һәм камиллаштырыла ала, шуға күрә мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы юк. Мәҡәләгә ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы уның авторы (авторҙашы-?) булып иҫәпләнә. Мәҡәләләр даими рәүештә тулыландырылып, камиллаштырылып торғанлыҡтан, тәғәйен бер автор яҙған мәғлүмәттең һүҙмә-һүҙ күсермәһен ҡуйырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта, авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы йөкмәтке өҫтәргә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтарына эйә әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәһенең өсөнсөһө.

Ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә Википедияны ҡулланған кешеләрең ҡылығын тик яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. «Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ» тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.

Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырға тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.

Тарих[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған

Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған. Ә Нупедия ул саҡта инглиз телендәге бушлай, он-лайн энциклопедия проекты булған. Нупедиялағы бөтә мәҡәләләр Bomis inc. тарафынан яҙылған һәм ул хужа булған. Ошо компанияның төп кешеләре булып Джимми Уэльс, Bomis (башҡарыусы директор) һәм баш мөхәррир — Лари Сэнгер торғандар. Шунан Нупедияның лицензияһы асыҡ контентлы лицензияға үҙгәртелгән булған — GNU Free Documentation License.

Лари Сэнгер һәм Джимми Уэльс Википедияға нигеҙ һалыусылар[1][2]. 2001 йылдың 15 ғинуарында Википедия ғәмәлгә индерелгән. Ул www.wikipedia.com адресында инглиз телендәге баҫма кеүек башланып киткән[3].

2001 йылдың аҙағында википедия 18 телдәге 20 000 биткә тиклем үҫешкән. 2002 йыл аҙағында 26 телдә, 2003 йыл аҙағында 46 телдә, һәм 2004 йыл аҙағында 161 телдә яҙылған булған[4]. 2009 йылдың август айында инглиз Википедияһында 3 миллион мәҡәлә иҫәпләнгән[5].

Википедияның 10-сы «тыуған көнө»[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

2011 йылдың 15 ғынуарында Википедия 10 йыллыҡ байрам үткәргәндә ҡулланған логотип

2011 йылдың 15 ғинуарында Википедия 10 йыллыҡ байрамын үткәргән. Ошо байрам айҡанлы махсус эшләнгән логотип көн буйы стандарт логотип урынында торған.

Башҡорт телендәге Википедияның мәҡәлә һаны 35 150.

Туғандаш проекттар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Викикитап Дәреслектәр һәм ҡулланмалар
  • Викияңылыҡтар Яңылыҡтар донъяһы
  • Викитөрҙәр Биологик төрҙәр
  • Викиверситет Ирекле университет

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Иҫкәртмә[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Jonathan Sidener. Everyone's Encyclopedia, The San Diego Union-Tribune (6 декабрь 2004). 15 октябрь 2006 тикшерелгән.
  2. Meyers, Peter. Fact-Driven? Collegial? This Site Wants You, New York Times, The New York Times Company (20 сентябрь 2001). 22 ноябрь 2007 тикшерелгән. « 'I can start an article that will consist of one paragraph, and then a real expert will come along and add three paragraphs and clean up my one paragraph,' said Larry Sanger of Las Vegas, who founded Wikipedia with Mr. Wales.».
  3. Wikipedia: HomePage. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 март 2001. 31 март 2001 тикшерелгән.
  4. "statistics Multilingual statistics. Wikipedia (March 30, 2005). 26 декабрь 2008 тикшерелгән.
  5. Bobbie Johnson. Wikipedia approaches its limits.

Тағы ҡара[Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]