Праздники России

Home

Арғыҙмала – муллыҡ байрамы

Яҙҙың иртәләүе һабан эштәрен дә тиҙләтте. Тап шуға ла миҙгелдең иң күркәм, иң сағыу байрамдарының береһе – район һабантуйы 26 майҙа уҡ ялан хеҙмәтсәндәрен, райондаштарҙы, яҡташтарҙы һәм ҡунаҡтарҙы йыйҙы.

 

Быйылғы һабантуй Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды. Флаг күтәреү хоҡуғы сәсеү алдынғылары - «Урал» АХК-һы механизаторы Зөлфәр Мөхәмәтйәновҡа, Салауат исемендәге АХК механизаторы Камил Нәҙершинға, «Үрнәк» МУСП-һы механизаторы Илшат Ишморатовҡа һәм 2011 йылғы һабантуй батыры Ирек Шәмиғоловҡа бирелде.

Байрам байраҡтары күтәрелгәс, хеҙмәт коллективтарының парады старт алды. 6 «тимер ат», 3 кырандасҡа егелгән ат, 3 һыбайлы артынса 5 тиҫтә тирәһе ойошма-предприятие коллективтары ағылды. Баҙыҡ кейемдәр, күккә күтәрелгән шарҙар байрамға сағыу биҙәктәр өҫтәне.

Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов сәләмләне.

- Бөгөн районыбыҙҙа оло байрам, халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән йолаһы – һабан туйы. Һабантуйҙа райондың барлыҡ хужалыҡтары ҡатнаша. Бөгөн беҙҙә 8 ауыл хужалығы предприятиеһы, 78 крәҫтиән-фермер хужалығы, 5376 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.

1015 гектар ерҙә бөртөклө иген һәм мал аҙығы культуралары сәселде. Вил Яхин етәкләгән «Урал» хужалығы, Рәфҡәт Ырыҫбаев етәкләгән Салауат исемендәге хужалыҡ, Фәнис Сәйәхов һәм Фәһим Хәйбуллиндар етәкләгән «Сәйәхов» һәм «Хәйбуллин» шәхси эшҡыуар хужалыҡтары, Кәшәф Шәрипов етәкләгән «Бөрйәнагро» муниципаль-унитар предприятиеһы яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.

Хужалыҡтарҙа юғары репродукциялы орлоҡ сәсеүгә өҫтөнлөк арта. «Сәйәхов» шәхси эшҡыуар хужалығында, «Бөрйәнагро» муниципаль-унитар предприятиеһында тулыһынса иртә иген культуралары – элиталы орлоҡ һәм «Үрнәк» хужалығында 15% иген культураһы элиталы орлоҡ менән сәселде.

Бөгөнгө байрамды барыбыҙ ҙа, бигерәк тә ауыл хужалығы эшсәндәре, көтөп ала. Беҙҙең маҡтауға лайыҡ хеҙмәтсәндәребеҙ бик күп, - тине Динир Әсғәт улы һәм алдынғыларҙы атап үтте.

Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллинаға бирелде. Министр, Президент Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкүмәте исеменән тәбрикләп, барыһына ла һаулыҡ, эштәрҙең уң, уңыштың мул булыуын теләне һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Маҡтау ҡағыҙҙарына

Ырғыҙлы урта мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалы мөдире Әҡлимә Сафина,

Байназар урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Нәсимә Науразбаева,

Аҫҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Миңзәлә Харрасова,

Рәхмәт хаттарына

район Советы депутаты Айрат Нурдәүләтов,

Әтек ауыл биләмәһе башлығы Нуретдин Әбүбәкиров,

Кейекбай ауыл биләмәһе башлығы Илшат Сәйфетдиновтар лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының кадрҙар бүлеге мөдире Рәүф Сиражетдинов, Башҡортостан Республикаһының «Башплодородие» агрохимик хеҙмәтләндереү буйынса дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Альберт Лоҡманов изге теләктәрен еткереп, Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары, яҡташыбыҙ Венера Вәлиева район етәкселегенә ҡортсолоҡ буйынса төбәк кәңәшмәһен яҡшы ойошторған өсөн министрлыҡтың Рәхмәт хатын һәм күптән түгел юбилейын билдәләгән район мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Садиҡовҡа ҡотлау хаты тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Дамир Яхин район хакимиәте ҡарары менән таныштырғас, Динир Әхмәтйәнов Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм айыҡ тормош алып барған ғаиләләргә: Әтектән Мәйсәрә һәм Шәмсетдин Ғәҙәмшиндарға, Тимерҙән Фәйрүзә һәм Камил Тимеровтарға, Нәбиҙән Наилә һәм Фәнзил Әхмәтовтарға, Ғәҙелгәрәйҙән Гөлназ һәм Сәлимйән Ишморатовтарға бүләктәр тапшырҙы.

Ат ярышы

Һабантуйҙың йәме, билдәле, ат ярышы. Быйыл ат ярышына Баймаҡтан, Әбйәлилдән дә аттар алып килгәйнеләр. Тәүҙә 4 саҡырымға йәш аттар ярышты. Ат ярыштарының алыштырғыһыҙ комментаторы Шәфҡәт Мәзитов юмор һәм еңелсә сарказм менән ярыштарҙы бик ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләне. Оло аттар ярышында тәүҙә баймаҡтар алда килде. Һуңғы саҡырымдарҙа Роберт Баймөхәмәтов алға сыҡты. «Баймаҡтарға беҙ, бөрйәндәргә эйәреп кенә йөрөгөҙ, тип әйткәйнек, бына шуны тыңланылар», - тип халыҡты көлдөрҙө һүҙгә әүәҫ Шәфҡәт.

Ярыш еңеүсеһеҙ булмай. Йәш аттар ярышында 1-се урынға «Кучумов» КФХ-һынан Алтынбәк ҡушаматлы атта Роберт Баймөхәмәтов сыҡты һәм эйәр менән бүләкләнде. Баймаҡтан килгән 14 йәшлек кенә үҫмер Рөстәм Моратов, Добрый ҡушаматлы атында сабышып, 2-се урын яуланы һәм мотобысҡы менән бүләкләнде. Өсөнсө урынға ветстанциянан Вәсил Яубаҫаров сыҡты. Уға ир ҡоралы – шөрөп борғос эләкте.

Оло аттар ярышында ла беренселекте бөрйәндәр берәүгә лә бирмәне. Бында ла Буян ҡушаматлы аты менән Роберт Баймөхәмәтов беренселекте алды һәм йәнә эйәр менән бүләкләнде. Икенсе урынға Баймаҡтан 14 йәшлек Илйән Истәҡов Гриф ҡушаматлы аты менән лайыҡ булды һәм мотобысҡы алып ҡайтты. Баймаҡ егете, 14 йәшлек Фәнис Баҡтыбаев Снаряд ҡушаматлы аты менән өсөнсө урынға сыҡты һәм шөрөп борғос Баймаҡҡа юлланды.

Кырандастар –

күҙ йәме

Кырандастар биҙәү ярышында 1-се урынға ветстанция вәкиле Вәсил Яубаҫаров сыҡты һәм тәгәрмәскә һауа тултырғыс менән бүләкләнде. 2-се урында Руслан Мырҙағолов, уға сервиз эләкте. Әтектән Зөфәр Татлыбаев өсөнсө урынды яуланы, ул да сервиз менән бүләкләнде.

Ҡурсаулыҡ оҫталары

Урман ситендә солоҡ юныусы «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы оҫталары эргәһендә лә байтаҡ халыҡ бөтөрөлә. 40 йылға яҡын ошо ҡурсаулыҡта эшләгән Хәсән Мостафиндың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Бәй, 35 йыл солоҡ юнған кеше бит ул. Ғәлин Сабит ағай ҙа – солоҡ юныу оҫтаһы. Ләңге эшләүсе Рәис Ғәлин ҡулында ҡоралы уйнап тора. Мәҡсүт оҫталары ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлөн күрһәтеп, һабантуйға йәм өҫтәне.

Һабантуй ҡото –

тирмәләр

Оло йыйынға йәм өҫтәп, туғайҙың бер яҡ ситенә рәткә теҙелеп киткән тирмәләр әллә ҡайҙан үҙҙәренә йәлеп итеп тора. Һәр тирмә сағыу милли орнаментлы биҙәлеше, боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтыра. Тирмә эстәре ҡул эштәре, һандыҡ өҫтөндәге сергетыштар, ҡорама, түшәктәр, боронғо селтәрҙәр, аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән. Боронғо көнкүреште бәйән итеүсе балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡырсылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ мөйөштәре лә булдырылған. Боронғо һауыт-һаба, йөн иләгес, сыуал, дымар, ҡул тирмәне, кирәм һәм башҡалар биләмәгә боронғолоҡ һәм йәм генә өҫтәй. Өҫтәлдәрҙә аш-һыуҙың төрлөлөгө күҙгә салына, ҡымыҙ, буҙа кеүек милли эсемлектәр, туңдырылған емеш-еләк һәм иретелгән балауыҙ, балдырған ашы, өшә, эркет, ҡымыҙ, һитә балы ла урын алған. Быйылғы йыйынға барлығы 14 тирмә ҡоролған. Улар араһында үҙенсәлекле биҙәлеше һәм сағыулығы менән мәғариф бүлеге, Байназар урта мәктәбе, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе һәм «Урал» АХК-һының берлектәге тирмәһе, 132-се һөнәрселек училищеһының тирмәһе айырылып торҙо. Стендтарында малсылыҡ, ҡырсылыҡ мәғлүмәттәре, хужалыҡ күрһәткестәре, күп балалы ғаиләләр, спорт өлкәһендә яулаған уңыштар һәм йыл символикаһы ла сағылыш тапҡан. 132-се училище һөнәрмәндәре туҙҙан эшләнгән кепкалар, тапочкалар, китап тыштары, кеҫә телефоны чехолдары, ағастан һырлап эшләнгән төрлө сувенерҙар, ҡалаҡтар, тырыз, батмандар тәҡдим итте. Аҫҡар ауыл биләмәһе менән «Брәтәк» АХК-һы, Байғаҙы ауыл биләмәһе менән «Үрнәк» МУСП-һының да берләшкән тирмәләре ылыҡтырғыс булды. Иҫке Монасип биләмәһендә халыҡтың боронғо йәшәйешен һәм кәсебен сағылдырған һауыт-һабалар, балаҫ һуға торған ҡорама, иген һелкәүесе, тире эшкәртеү өсөн ҡулланыла торған кирге, тырыз, күнәк, төрлө ҙурлыҡтағы батмандар урын алған. Иҫке Монасип, Кейекбай, Ҡолғана ауыл биләмәләре йәшәйештәре менән таныштырған стендтар һәм йыл символикаһына ла урын биргән. Кейекбайҙар ҙа ҡул эштәре күргәҙмәһе, төрлө аш-һыу ризыҡтарын мул килтергәндәр. Жюри ағзалары тирмәләр араһында еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне: 1-се урында «Урал» АХК-һы менән Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе тирмәһе ( В. Яхин, Ф. Ҡорманғолова); 2-се урында «Брәтәк» АХК-һы менән Аҫҡар ауыл биләмәһе (Г. Юлдашев, Х. Хәсәнов); 3-сө урында «Үрнәк» МУСП-һы менән Байғаҙы ауыл биләмәһе (Ф. Бикбулатов, А. Мәжитов). Улар аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Дәртләндереү призы «Ағиҙел» АХК-һы, Байназар ауыл биләмәһенә (А. Салауатов, М. Мөхәмәтйәнов) һәм «Бөрйән» АХК-һы, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенә ( А. Дәүләтҡужин, И. Ғәбитов) бирелде.

Башҡа учреждение-ойошмалар араһында беренсе урынға 132-се һөнәрселек училищеһы (Т. Юлчурин), икенсе урынға мәғариф бүлеге, Байназар урта мәктәбе (А. Хәсәнов), өсөнсө урынды Кейекбай ауыл биләмәһе (И. Сәйфетдинов) менән Иҫке Монасип ауыл биләмәһе (С. Һатыбалов) уртаҡлашты.

Дәртләндереү премияһына «Шүлгән» ЯСЙ-һы (Ғ. Хисмәтуллина), Ҡолғана ауыл биләмәһе (С. Ғәләүетдинов), урман хужалығы (Р. Әмиров, И. Ишбулатов), «Бөрйән урманы» сәнәғәт комплексы (Р. Байбиков), Башҡорт дәүләт тәбиғәте ҡурсаулығы (В. Яныбаева) тирмәләре лайыҡ булды.

Таш

ырғытыу

Ерлегебеҙгә хас таш ырғытыу бәйгеһе лә үҙ көйәрмәндәрен һәм ҡатнашыусыларын йыйҙы. Әйткәндәй, был бәйге төрөнөң килеп сығышы 1950 йылдарҙа Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Йолаға әүерелгән таш ырғытыу бәйгеһе һәр һабантуйҙа 18 йыл рәттән ойошторола.

Быйылғы таштың ауырлығы 136 килограмм тәшкил итте. Таш ырғытыусылар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: ташты 1м 35 см бейеклеккә күтәреп ырғытыусы Иҫке Собханғол егете Азамат Бәҙәмшин 1-се урынға лайыҡ булһа, 2-се урынға, 5 см-ға ғына ҡалышып, Ғаяз Әхмәтов сыҡты. 3-сө урынға 1м 20 см бейеклекте яулаусы Ағиҙел ҡасабаһынан Тарас Музаренко лайыҡ булды.

Һабантуй йәме -

көрәш

Элек-электән милли көрәш һабантуй йәме булып һаналған. Ярыш иғлан ителеү менән көрәш майҙанын уратып та алдылар. Бил бирмәҫ, таһыллы, көслө батырҙар сиратлап майҙан биләне. Иң беренсе көрәш майҙанына мәктәп уҡыусылары сыҡты. Уҡыусылар араһында барған ярышта Байназар мәктәбе уҡыусыларына етеүселәр булманы. Күҙҙәрендә ут сәсеп, көс-ғәйрәттәре ташып торған егеттәр араһынан беренсе урынға Айҙар Ғазин, икенсе урынға Ринат Хәбиров, өсөнсө урынға Радис Байназаров сыҡты. 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ҡурғашлы ауылынан Юнир Ғазин беренсе урынға, икенсе урынға Әтектән Әсхәт Ямғурсин, өсөнсө урынға Рәфис Игашурин лайыҡ булды. 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Ҡурғашлы ауылынан Илшат Ғазин, икенсе урынды Илнур Иҫәнбаев, өсөнсө урынды Мораҙымдан Флүр Тулыбаев алды. 75 килограмдан юғары категорияла беренсе урынға Ирек Шәмиғолов, икенсе урынға Өлфәт Шөғөрөв, өсөнсө урынға Илдус Ғәйнуллин лайыҡ булды. Көрәштең абсолют еңеүсеһе исеме Ирек Шәмиғоловҡа бирелде.

Майҙанда -

иң көслөләре

Машинаны тартыу, ҡом менән тултырылған тоҡто күтәреп йүгереү, бүрәнәне бысыу, 40 килоргамлыҡ ташты 2 метрлыҡ планка аша ырғытыуҙы үҙ эсенә алған көс экстримында иң көслөләр үҙҙәрен һынаны. Был бәйгелә Иҫке Собханғолдан ағалы-ҡустылы Азамат менән Илгиз Бәҙәмшиндарға һәм Яңы Собханғолдан Маргиз Хоҙайбирҙинға етеүсе булманы.

Уҡсылар ярышы

Был ярыш барған урында ла халыҡ бик күп йыйылғайны. Бәйгенең иң мәргәне Яңы Мөсәттән Динис Юлбирҙин булды. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул - беренселекте, икенсе урынды Иҫке Собханғолдан Рушан Ҡулбирҙин, өсөнсө урынды Яңы Мөсәттән Вәғиз Юлбирҙин алды.

Армспорт

Был ярыш төрөндә көс һынашҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында Нурания Йәғәфәрова - беренсе, Айгөл Иманғолова - икенсе, Рита Тулыбаева өсөнсө урынды яуланы.

Ир-егеттәр араһында беренсе урынды Әбделмәмбәттән Вилдан Сәйфетдинов, икенсе урынды Иҫке Собханғолдан Илгиз Бәҙәмшин, Ғәлиәкбәрҙән Илфат Толомғужин өсөнсө урынды яуланы.

Гер күтәреү

Ҙур көс, таһыллыҡ талап иткән был ярыш төрөндә ир-егеттәр менән бер рәттән гүзәл заттар ҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынға Ғәҙелгәрәй ауылынан Сәмәрә Хәлитова, икенсе урынға Яңы Монасиптан Дилә Хисмәтуллина, өсөнсө урынға Ҡолғана ауылынан Гөлсәсәк Вәлиева сыҡты.

Ир-егеттәр араһында 70 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында Ҡолғананан Йәмил Шәғәлин - беренсе. 70 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында беренсе урынға Әбделмәмбәт ауылынан Илдус Насыров лайыҡ булды.

«Мәсем» үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторған күңелле уйындар һабантуйға йәм өҫтәне. Сослоҡто, етеҙлекте билдәләгән шаян уйындарҙа балалар бик теләп ҡатнашты. Ҡолғаға эленгән бүләктәр ҙә үҙ хужаларын тапты, ҡайһы бер сосораҡтары кәкре ҡолғаға ла үрмәләне. Балаларҙың күбеһе көршәк ватыу уйынын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйнаны. Шулай уҡ тоҡ менән һуғышыу, үләндә хоккей уйнау һәм башҡа күңелле, дәртле уйындарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты уйынсылар.

М. МЫРҘАҒОЛОВА,

А. ҒАРИФУЛЛИНА,

А. АҠЫЕВА, В. ВӘЛИЕВА.

 

Обновлено (30.05.2012 05:46)

 
Баннер
© 2013 КП РБ Редакция газеты "Тан". Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.


mod_vvisit_countermod_vvisit_countermod_vvisit_countermod_vvisit_countermod_vvisit_countermod_vvisit_counter
mod_vvisit_counterБөгөн22
mod_vvisit_counterКисә165

Әле сайтта 4
Һеҙҙең IP: 207.241.237.224