КӘЛИМУЛЛИНА Дилара Хәтим ҡыҙы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а.), терапевт, гематолог. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып ш. уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре эске ауырыуҙар, гематология, трансфузиология һ.б.проблемаларға арналған. К. Тарафынан БР‑ҙа гемобластоздарҙың эпидемиологияһы, ҡан һәм аш һеңдереү юлы ауырыуҙары булған ауырыуҙарҙа гумораль һәм күҙәнәк иммунитеты, бауыр һәм бөйөрҙәр ауырыуҙары булғанда клиник‑генетик ассоциациялар өйрәнелә. Анемия, хроник лейкоз, күп төр миеломаларҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла, улар респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Распространённость и прогностическое значение молекулярно‑генетических маркёров при множественной миеломе и хроническом лимфолейкозе. Уфа, 2009 (авторҙ.); Клиническое значение исследования генов детоксикации ксенобиотиков и обмена железа у больных циррозами печени. Уфа, 2012 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина