“Туҡһанынсы йылдар”ға рәхим итегеҙ!Яңы быуаттың ун беренсе йылы ла тамамланып килә, йәмәғәт. Ошо тиҫтә йыл эсендә генә элек төшөбөҙгә лә инмәҫлек мөғжизәгә тиң донъяуи үҙгәрештәр, фәнни асыштар яһаны Кешелек. Япондар үҙебеҙҙән һис тә айырырлыҡ түгел биоробот уйлап тапты, американдар Марсҡа осорға йыйына… Ҡәҙимге тормошобоҙҙа ла, элеккеһе менән сағыштырһаҡ, айырма ер менән күк араһы.
Магазиндарҙы ғына алайыҡ. Бөгөн сауҙа нөктәләрендә сират йә этеш-төртөштө һәм уҫал һатыусыларҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә, “артҡы” ишектәр ҙә тарихта ҡалды, Аллаға шөкөр. Баҙарҙарҙың да йөҙө үҙгәрҙе, элекке тишек-тошоҡ палаткаларҙа һатыу итеүселәр иркен, яҡты сауҙа урындарына күсенде. Нефтекама, Яңауыл ҡалаһы баҙарҙарында йөрөп бик ҡәнәғәт ҡалдым, ағай-эне: ҡала эшҡыуарҙары, ауыл йүнселдәре өсөн сауҙа итеүгә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ышанмаһағыҙ, килеп ҡарағыҙ, Өлгөрбай ағайығыҙ бушты һөйләмәҫ! Тап Нефтекама баҙарында шәп эшләпә һатып алғас, күтәренке кәйеф менән Дүртөйлө яҡтарына юл тоттом.
Автовокзалға барып төшкәс, туп-тура ҡала баҙарына ыңғайланым. Ни өсөн тиһәгеҙ, быйыл йәй ундағы тәртипһеҙлекте күреп, йөрәгем әрнеп, район хакимиәте башлығына ла инеп сыҡҡайным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1494 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр”ға ауаздаш “Олонхо”Кисә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән делегация үҙ халҡының “Олонхо” героик эпосы менән таныштырҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Саха (Яҡут) Республикаһының мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры урынбаҫары Ариан Ермолаев, ике халыҡтың танылған ғалимдары, олонхо оҫталары, студенттар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, бынан ике аҙна элек Башҡортостан һәм Саха (Яҡут) республикалары араһында “Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында”ғы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә үткәрелгән презентация республикалар араһындағы хеҙмәттәшлектең башланғысы булып тора.
Алыҫ тарафтан килгән ҡунаҡтар тәүҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалды. Артабан сара университетта дауам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс бейеүсе үҫәАҡъяр ауылында йәшәүсе Айгөл менән Юнир Байғусҡаровтарҙың татыу ғаиләһендә буласаҡ өс бейеүсе үҫә тиһәм, һис яңылышмаҫмын. Улар балаларында бейеүгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, был сәнғәт төрөнөң мөғжизәле донъяһын да аса.
Ун ике йәшлек Наҙгөл дә, туғыҙы тулған Венер ҙа, хатта өс йәшлек Мәликә лә йыл һайын Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында үткән “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашып, призлы урындарҙы алмайынса ҡалмай. Быйылғы бәйгелә Венер Байғусҡаров башҡарыуындағы “Ирәндек” башҡорт халыҡ бейеүе икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Былтыр Наҙгөл ошо уҡ мәҙәни сарала — “Башҡорт бейеүен һаҡлау һәм үҫтереү”, ә Венер “Үҙенсәлекле башҡарыусы” номинацияһында бүләк яуланы.
— Үҙемдең бала саҡ хыялымдың кескәйҙәремдә тормошҡа ашыуына сикһеҙ шатмын, — тип йылмая бәхетле әсә. — Уларҙың һәләтен артабан үҫтерергә кәрәк. Күпселек ваҡытымды балаларға бүләм, йыр, бейеү, спорт, һүрәт төшөрөү буйынса ла шөғөлләнеп ҡараныҡ, әммә бейеү яҡыныраҡ.
Ысынлап та, татыу ғаиләлә бейемәйенсә торған көн юҡтыр. Балалар түңәрәктә шөғөлләнеү менән генә сикләнһә, уңыштары ла ҙур булмаҫ ине, ти әсә. Шуға ла өйҙә уларҙың һәр хәрәкәтен, һығылмалылығын, көйҙө тойоу һәләтен, бейеү хәрәкәттәрендәге оҫталығын тикшереп, кәрәк урында өйрәтеп кенә тора. Айгөл Байғусҡарова балаларҙың дәрестән ҡайтҡанын көтөп ала, һуңынан бейеү түңәрәгенә оҙатып ҡуя, кисен дәрес әҙерләргә ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бутҡабыҙ — майһыҙ, сәйебеҙ шәкәрһеҙ булмаҫ…Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы сөгөлдөрҙө 35 гектарҙа сәскән. Әле бында эш ҡайнай. Халыҡ “татлы тамыр”ҙы йыйып алып, үҙ өлөшөндәге сөгөлдөрөн йәһәт кенә таҙартып, шәкәр заводына оҙатырға тырыша.
Беҙ килгәндә лә дүрт агрегат буш тормай ине. Иҙрис Ғайсин үҙенең техникаһы менән япраҡтарҙы ҡырҡып үтеүгә, артынан Айҙар Ташбулатов менән Александр Соколовтың агрегаттары эште үҙ ҡулына ала. Рифат Латипов менән Миңнулла Күсәрбаев арбаға тейәлгән уңышты хужалары янына килтереп бушата.
— Быйыл утыҙлап ғаилә сөгөлдөр алып эшкәртте. Араларында хужалыҡта эшләп йөрөгән һауынсылар, шоферҙар ҙа бар. Мәктәп коллективы үҙе алты гектар алды, һәйбәт тәрбиәләне. Әле таҙартып бөттөләр, тиҫтәгә яҡын машина булды, — ти кооператив рәйесе Марсель Аҙнағолов. — Таҙартылған сөгөлдөрҙө Вәкил Һабаншин менән Вадим Жеребцов заводҡа алып китә. Ара яҡын, сират та бик юҡ…
Сәмләнешеп сөгөлдөр таҙартыусы бер-ике ғаиләгә лә һуғылдыҡ. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Балаларҙың да мөһим эштән ситтә ҡалмауы һөйөндөрә. Ғәтиәтулла Ситдиҡовтың ғаиләһе аяҙ көндә ыратып ҡалырға тырыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1525 тапҡыр // Тотош уҡырға
27 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Rusnanotech-2011” IV Халыҡ-ара нанотехнологиялар буйынса форумда ҡатнашты һәм “Төбәк иҡтисадында инновацион үҫеште нисек тәьмин итергә?” тигән мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа сығыш яһаны.
— Беҙ нефть эшкәртеү һәм нефть химияһын оноттоҡ. Бөгөн был милек Мәскәүҙең эре компаниялары ҡулында. Уларҙың сәйәсәтенә йоғонто яһай алмайбыҙ, тимәк, күп нәмәне үҙебеҙ эшләргә тейешбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1523 тапҡыр // Тотош уҡырға