Һәр береһе – еңеүсе – Шәберәк, шәберәк!
– Афарин!
– Ҡотлайбыҙ!
Ана шулай бер-береһен ҡеүәтләгән ауаздарҙан биш көн буйы Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт майҙансыҡтары гөрләп торҙо. Бында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” VIII Бөтә Рәсәй спартакиадаһы сәмле барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафлыҡты, ныҡлыҡты һынаған быуат Яңыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барыуы тураһында һөйләнеләр. Бер быуатлыҡ юбилей быйылғы декабргә тура килә. “Төбәктең мосолмандар идаралығы 1936 йылда тарҡатылған булған, 1992 йылдан иһә тергеҙелә башланы. Бына инде сирек быуат дауамында халҡыбыҙ аңына хаҡ дин төшөнсәһен һеңдерергә тырышабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – рухлы, иманлы йәштәр үҫтереү. Әгәр саф күңелле, илһөйәр, Аллаһ тарафынан бар ҡылынған һәр нәмәгә мөхәббәтле балалар тәрбиәләһәк, бар илебеҙ тыныслыҡта, татыулыҡта йәшәйәсәк”, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙ урлар инеңме? Боронғо йола совет осоронда бөтөрөлөүгә дусар ителде тиһәк тә, “Кавказ тотҡоно”, “Батырҙар дәүере” фильмдарының төп идеяһы ла бит ҡыҙ урлауға барып тоташа. Тимәк, советтар ҙа инҡар итмәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе. Ә бөгөн йәш егеттәрҙең быға ҡарашы нисек икән? Улар һөйгәндәре менән ҡауышыу өсөн нимә эшләр ине? “Бер һорауға — биш яуап” рубрикаһының бөгөнгө һорауына йәмғиәтебеҙҙең билдәле бер өлкәләрендә хеҙмәт иткән, әлегә кәләш алмаған йәш егеттәр яуап бирә.
Һеҙ бер ҡыҙыҡайҙы ныҡ яратаһығыҙ, ти. Ул да һеҙҙе... Әгәр уның ата-әсәһе ҡыҙҙарын һеҙгә кәләшлеккә бирергә риза булмаһа, нимә эшләр инегеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт баҙары үҙгәрә.  Ел ҡайһы яҡҡа иҫә? Рәсәйҙең хеҙмәт баҙары йәнләнә башланы. 2014 – 2015 йылдарҙың иҡтисади көрсөгөнән һуң буш эш урындары һаны 20 процентҡа артты. Был осраҡта ошо вакансияларҙың 64 проценты илдең 16 төбәгендә тупланыуы ла билдәле. Шулар араһында Башҡортостан 12-се урынды биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер гектар ер бирәләр Рәсәй граждандарының, ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Алыҫ Көнсығыштан ер участкаһы алырға мөмкинлеге бар. Был туралағы ҡануниәт 2016 йылдың 1 июненән үк ғәмәлдә, әммә эштең тәртибе аныҡ билдәләнмәгән ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Икенсе икмәк” уңһын Бәрәңге – халыҡтың көндәлек тормошонда икмәк кеүек үк төп ризыҡтарҙың береһе. Бәрәңгең бар икән, ас ҡалмаҫһың, тип белмәй әйтмәгән өлкәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заманына күрә башҡорт туйы Беҙ, кешеләр, ғәҙәттә, йәшлек менән мөхәббәтте йәнәш ҡуйыусанбыҙ. Мөхәббәт хаҡында һүҙ йөрөтһәк, мотлаҡ йәш кеше, йәш саҡтар күҙ алдына баҫа. Ә хәҙерге заман йәштәренең мөхәббәтенә ныҡлап ҡараш бүлгәнебеҙ бармы? Хәйер, бер уйлаһаң, һәр кемдең шәхесенә ҡағылырға хаҡыбыҙ ҙа юҡ һымаҡ, уларҙың күбеһе глобаль селтәрҙә табышып ҡауыша тигәндән башҡа ары китмәйбеҙ. Шулай ҙа, бөгөнгө виртуаль донъя аша танышып, ғәҙәти булмағанса өйләнешкән икәү тураһында һөйләүҙе урынлы һанайым, сөнки башҡорт милли кейемендә туй үткәргән һирәктәрҙән һанала Йәмилә һәм Азат Ҡасҡынбаевтар. Заман менән йәнәш атлағанда миллилекте өҫтөн ҡуйыусы, халҡыбыҙҙың йолаларын өйрәнеүсе, үҙ миҫалдарында тергеҙеүсе булараҡ таныш һәм өлгө улар күптәргә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ йырҙарын бала саҡтан уҡ йотлоғоп тыңлайым. Атайым башҡарғандарын да тыңлап үҫтем. Һүҙҙәре – мәғәнәле, көйҙәре – моңло, күңелгә ятышлы. Шуны төшөндөм: киң таралған, быуаттар, йылдар ауазын, ҡиммәтен, аманатын беҙгә еткергән халыҡ ижадын үҙеңсә борорға, үҙгәртергә ярамай. Был тарихи ерлекте, ысынбарлыҡты, хәл-күренештәрҙе боҙоуға, яңылыш мәғлүмәт биреүгә килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләр аңлай ҙа, аңламай ҙа үҙгәртә, һәм был тора-бара ҡәҙимге хәлгә әйләнеп китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әйтеш, ҡайттың йәтеш! Үҙ заманында тап ошондай баш менән мәҡәлә яҙған булған фольклорсы, ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов. Был хаҡта уның исемен мәңгеләштереү, әйтеш жанрын, халыҡ ижадын пропагандалау маҡсатынан Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған “Әхмәт әйтеше” конкурсында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов һөйләне. Сара “Аҡмулла нәсихәттәре” республика байрамы сиктәрендә уҙҙы һәм, беренсе тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, ижади йәнлелек, йәшлек дәрте менән һуғарылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт — мәңгелек сер — Һеҙ ниндәй ағас яратаһығыҙ?
— Йүкә.
— Ҡыҙыҡ. Беҙ ни өсөндөр үҙегеҙ һымаҡ олпат һәм мөһабәт, бейек ҡаялар өҫтөндә, таштар араһында үҫкән ғорур ҡарағайҙы атарһығыҙ тип уйлағайныҡ. Ә ниңә йүкә?
— Сөнки иң күп продукция биргән ағас. Ул үҫкән бер гектар ерҙән
1 тонна 200 килограмм тирәһе бал алырға мөмкин. Ағасы кәрәккә ныҡ ҡулланыла. Сувенирҙар эшләргә ипкә килә, йомшаҡ. Ҡалаҡ, батман кеүек һауыт-һаба яһайҙар. Сәскәһе — ҙур дауа, йүкә балының шифаһы тураһында, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә белә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, тирләтеп ебәрә, сир ҡаса.
Ҡайырыһы һарыуысҡа ҡуйыла. Ҡорт айырған саҡта шуның еҫенә барып һарыла. Ҡабығын санаға түшәп ултырып йөрөйһөң. Шулай уҡ һалабаш итеп яһап, йүкә йыуғыс, атҡа септә, ҡап һуҡҡандар, бау, арҡан ишкәндәр. Мунса бураһын күптәр йүкәнән күтәрә, тәмле еҫе сығып тора. Тағы ла дауам итәйемме?
— Ысынлап та, ғәжәп ағас икән дә!
— Мин уны хатта кәрәгемә лә йыҡмайым.
...Әңгәмәсебеҙ — “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының егеры, солоҡсо-ҡортсоһо Иштуған Миңләхмәт улы. Байғазиндарҙы Бөрйән районында белмәгән кеше юҡтыр. Атайҙары Миңләхмәт ағай ҡурсаулыҡ асылғаны бирле эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улдары Ғәйнулла, Иштуған, Илһам да яҙмыштарын урман менән бәйләгән. Ғәйнуллаһы — ҡурсаулыҡтың урман хужалыҡтарында лесничий, Илһам — ошонда уҡ ҡортсо, умартасы. Барыһы ла тейешле йүнәлештә урта һөнәри һәм юғары белем алған. Бөтәһенең хеҙмәт стажын бергә иҫәпләгәндә 150 йылға барып етәлер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына