Обычный вид

Яңылыҡтар

24.05.2017 09:11:00

Өфөлә Р.Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара фестиваль легендар «Сыңрау торна» балеты менән асылды

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале «Сыңрау торна» милли балетының премьераһы менән асылды. Был спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн мөһим ваҡиға – ХХ быуаттың буласаҡ бейеү оҫтаһы Рудольф Нуриев тап ошо спектаклде ете йәшендә ҡарап, үҙ тормошон балет сәнғәтенә бағышларға ҡарар итә.

«Бөгөн залда ветерандарыбыҙҙың булыуына бик шатбыҙ. Уларҙың ярҙамы менән «Сыңрау торна» милли балетының тарихы һаҡланып ҡалды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, фестивалде асып.

Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың балеты яңынан сәхнәгә ҡуйылды: декорацияларҙы театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов эшләне. Төп ролдәрҙе Өфө тамашаһының яратҡан артистары, Башҡорт опера һәм балет театрының алдынғы солистары – С. Юлаев исемендәге премия лауреаттары, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсинә Мәүлекәсева (Зәйтүнгөл) һәм Илдар Мәнәпов (Йомағол) иҫ китмәле башҡарҙы.

«Минең өсөн Зәйтүнгөл партияһы – иң яратҡандарҙың береһе. Был милли спектакль, үҙем дә башҡортмын, ул миңә бик яҡын: мин үҙем ошо йолаларҙа тыуғам һәм тәрбиәләнгәнмен, шуға ла ошо спектаклде ныҡ яратам», — тине Гөлсинә Мәүлекәсева.

Башҡа ролдәрҙә лә башҡорт балет труппаһының иң яҡшы көстәре йәлеп ителгән. Арыҫланбайҙың партияһын Сергей Бикбулатов тәүгә башҡарҙы. Төр торнаның ролен – Софья Гаврюшина, ҡуштандарҙы Руслан Абулханов һәм Андрей Брынцев уйнаны. Спектаклдең дирижеры – Марат Әхмәтзарипов.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалде асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡ булды. «Һуңғы йылдарҙа фестиваль ысын юғары сәнғәт байрамына әүерелде, тамашасыларҙың һөйөүен ныҡлы яулап алды. Йылдан-йыл ул ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтә, йәш таланттарҙың сығыштарынан торған репертуарҙы байыта», — тиелә республика Башлығының фестивалде сәләмләүендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сыңрау торна» спектакленең яңыртылған версияһын грант ярҙамында тормошҡа ашырып булды.

Спектаклдән һуң Рөстәм Хәмитов артистарҙы ихлас тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

«Көҙгөһөн ошо спектаклде ҡабатларға ине. Республика көнөнә арналған тантаналы сарала концерт түгел, ә спектакль булһын», — тине төбәк башлығы.

Премьераны ҡараған фестивалдең ҡунаҡтары – билдәле балет тәнҡитселәре лә спектаклгә юғары баһа бирҙе.

«Бөгөн «Сыңрау торна» спектаклен тәүгә ҡараным. Иң киткес башҡарыусылар, бик юғары кимәл. Кордебалет бөтөнләй ғәжәйеп – тип-тигеҙ линиялар. Һеҙҙең труппағыҙ – ҙур афариндар!», — тип билдәләне премьеранан һуң Мәскәү балет тәнҡитсеһе Людмила Лаврова.

Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уның почетлы президенты – хәҙерге замандың данлыҡлы хореографы Юрий Григоровичтың 90 йәшенә арналған. Фестиваль 2 июнгәсә дауам итәсәк, тулыраҡ программа – бында.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт