Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Туберкулёз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Туберкулёз
Tuberculosis-x-ray-1.jpg
Туберкулёз менән сирленең үпкә Рентгенограммаһы
МКБ-10 A1515.-A1919.
МКБ-9 010010-018018
OMIM 607948 607948
DiseasesDB 8515 8515

Туберкулёз (лат. tuberculum «төйөр») — кеше һәм хайуандар араһында киң таралған йоғошло ауырыу [1]. Ауырыу Mycobacterium tuberculosis (Кох таяҡсыҡтары) кеүек микробактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә[1]. Туберкулёз беренсе сиратта үпкәне зарарлай. Башҡа орган һәм системаларға уның зыяны әҙерәк тейә. Mycobacterium tuberculosis сирле кеше һөйләшкәндә, йүткергәндә һәм сәсәгәндә тапшырыла [2]. Ауырыу йоҡҡандан һуң симптомһыҙ үтә, һәм ул йәшерен инфекцияның береһе актив формаға күсә [3].

Үпкә туберкулёзы билдәләре — оҙайлы ҡаҡырыҡлы йүтәлләү, ҡайһы саҡта ҡанлы ҡаҡырыҡ, һуңғы стадияһында биҙгәк башлана, хәлһеҙлек, төндә тирләү һәм ябығыу.

Туберкулёз Рәсәйҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндә туберкулёз менән 18-ҙән 40 йәшкә тиклем кешеләр йышыраҡ сирләй. Йыл һайын был сирҙән 3 млн млн кешенең ғүмере өҙөлә һәм 40 млн кеше иҫәпке алына. Көнкүреш шартттары түбән илдәрҙә был сир киң таралған. Эшһеҙлек, хәйерселек, ауыр хеҙмәт һ.б. туберкулёз таралыуының төп шарты булып тора.

Рәсәйҙә 1991 йылға тиклем туберкулёз менән ауырыу кәмей барҙы. Рәсәҙә планлы рәүештә балалар һәм өлкәндәр араһында махсус саралар үткәрелде. Социаль һәм экономик үҙнәрештәр үпкә сиренең дә артыуына килтерҙе.

Хәҙерге медицина туберкулёз ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Әммә был сирҙе башланғыс осорҙа диагнозлауҙың әһәмиәте ҙур. Сир ни тиклем иртәрәк диагнозланһа, шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.

Тарихи мәғлүмә т[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сирҙең бер кешенән икенсе кешегә йоға торған ауырыу икәнен күптән белгәндәр, ләкин уның нисек итеп йоғоуы бик оҙаҡ билделе булмай.

1882 йыллны немец ғалиме Роберт Кох туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы микробларҙы микроскоп аша күрә. Был ул заман өсөн иң ҙур асыштарҙың береһе була. Микроскоптан ҡарағанда таяҡсыҡ рәүешендә оҙонса булганға микробтарҙы туберкулез таяксыҡтары тип атағандар. Микробты аскан ғалим хөрмәтенә Кох таяҡсыҡтары тип тә йөрөтәләр.

Сирҙе тыуҙырыусы туберкулёз микобактерияһы (МБТ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флуоресцент буяулы МБТ

Ауырыуҙы кислотаға ҡаршы торошло Mycobacterium микобактерии тыуҙыра. Барлығы микоробактерияларҙың 74 төрө билделе.

Дауалау өсөн төрле дарыуҙар ҡулланыу нәтижәһендә туберкулез микобактериялары ла үҙгәрештәр кисерә. Микробтың оҙонлоғы, йыуанлығы һәм формаһы шаҡтай үҙгәргән. Ғәҙәттә, Кох таяҡсыҡтары саҡ ҡына дуғаланып, парлашып торалар, икегә бүленеп үсейҙәр.

Туберкулез микобактериялары үҙәренең кайһы бер үҙенсәлектәре менән дә башҡа микробтарҙан бик ныҡ айырыла. Мәҫәлән, улар һалҡынға түҙем. Хатта −10 градуста ла оҙаҡ ҡына үлмәйҙәр. Организмдан ситтә микроб үрсемәй, ләкин оҙаҡ ваҡыт тереклеген һаҡлай. Ҡараңгы һәм йеүеш (дымлы) тораҡтарҙа ул оҙаҡ һаҡлана. Урам туҙанында ике аҙнанак артыҡ йәшәй. Ҡайнатканда һәм тура ҡояш нурҙары тәьҫирендә микроб тиҙ һәләк була. Ҡайһы бер химик эретмәләр туберкулез таяҡсыҡтарын үлтерә, шуға күрә лә 5 %лы хлорамин эретмәһе ҡаҡрыҡты зарарһыҙлау-дизенфекциялаү өсөн ҡулланыла.

Туберкулез кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла йоға. Йорт хайуандары араһында һыйыр, сусҡа, йорт ҡуяндары, бесәйҙәр ауырый. Ат һәм эт туберкулезға бик үк бирешмәй. Ҡоштарҙан тауыҡ һәм попугайҙар туберкулезға тиҙ бирешеүсән.

Туберкулез микобактерияһы 2 типҡа бүленә: кеше һәм үгеҙ микобактерияларына. Кеше өсөн ике типтағы микроб та хәүефле. Үгеҙ тибы микробы менән зарарланған кешелә үпкә туберкулезынан тыш, лимфа биҙҙәре туберкулезы, бөйөр, енес ағзалары туберкулезы башланырға ла мөмкин. Йыш ҡына был органдарҙағы туберкулез үҙ ваҡытында беленмәй ҙә ҡала. Ауырыу кеше йәки ауырыу хайуан һейҙек һәм тиҙәк мелән дә туберкулез микробтарын таратыуы мөмкин. Шуға күрә, мал-тыуар араһында туберкулез ауырыуы табылһа, унда эшләүсе кешеләрҙе тикшерәләр. Туберкулездың асык формаһы менән ауырыусы кешене көтөүсе итеп тә, мал ҡараусы итеп тә фермаға эшкә алырға ярамай.

Таралыу юлдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә микроб төкөрөк менән һауаға сыға һәм шул һауаны һулаусы сәләмәт кешенең тын юлдарына үтеп керергә мөмкин. Микробтары, ауырыу кешенән таҙа кешегә күп осраҡта (85—95 %) тын юлдары аша йоға. Туберкулездың асыҡ формаһы менән ауырыусы кеше микробтарҙы тирә-яҡҡа күпләп тарата. Ауырыу менән сәләмәт кеше бер-берһенән 1-2 метр йыраҡлыҡта тороп һөйләшергә тейеш. Ҡалған осраҡта микобактериялар аҙыҡ аша ла керергә мөмкин. Башҡаса ла була. Мәҫәлән, ауырыу кеше ҡаҡрығын иҙәнгә йәки ергә төкөрһә, ҡаҡрыҡ кибә, туҙан менән һауаға күтәрелеп әйбергә, диуарға, мебельгә ҡунып, шушы туҙанлы һәм микроблы һауаны сәләмәт кеше һулаһа — уның ауырыу ихтималы арта. Бына шуға күрә ауырыуҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси гигиена тәртиптәрен һаҡлауы, өйөн таҙа тотоуы бик мөһим. Ғаиллә асык формалағы туберкулез ауырыуы булғанда бигерәк тә балаларҙы һаҡларга кәрәк.

Туберкулездың хроник формалары ла байтаҡ. Уларҙың микробтары препараттар тәьҫиренә күптән эйәләшкән, дарыу тәьҫир итмәй торған формаға әйләнгән була. Шундый кешенән туберкулез йоҡторған осраҡта дәуалау ҡыйынлаша, хатта был яңы сирләгән ауырыуҙы тулыһынса терелтеп тә булмай.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, үҙ ғүмөрендә үпкә ауырыулы башҡа берәү менән осрашмай ҡалған кеше юҡтыр. Ләкин һулыш юлына туберкулез микробтары кергән һәр бер кеше сирләмәй.

Организмдың һаҡланыу көсө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манту пробаһы

Туберкулез микобактерияһы менән осрашҡан һәр кеше ауырымай. Бының сәбәбе − организмдың ҡаршы тороусанлығы, йәғни иммунитеты. Ә инде теге йәки был сәбәптәр арҡаһында организм көсһөҙләнә икән, был осраҡта тын юлына эләккән туберкулез таяҡсыҡтары үрсей башлай һәм үпкәлә ялҡынһыныу башлана. Кайһы бер осраҡта ул еңелсә генә уҙып, хатта ауырган кеше уны үҙе лә һиҙмәй ҡалырга мөмкин. Икенсе берәүҙә был ялҡынһыныу үпкәнең күп өлөшөнә тарала. Был айырма микробтың күпме миҡтарҙа эләгүенә генә ҡарамай, ә күпселек осраҡта кешенең ниндәй шартларҙа йәшәүенә һәм организмдың ни дәрәжәлә көслө булыуына ла бәйле. Билдәле булыуынса, туберкулез микробы тын юлдары аша керә. Үпкәгә еткәнсе уға оҙон юл үтергә тура килә (танау, тамаҡ, боғаҙ, бронхалар). Был тын юлдары эске яҡтан лайлалы ҡатлам менән ҡапланған. Һулыш алғанда тын юлына эләккән туҙан бөртөктәре һәм төрлө микробтар ошо лайлалы ҡатламға йәбешып та ҡалалар һәм кире сығарып ташланалар. Ләкин туберкулездан яфаланған ауырыу менән йыш һәм дауамлы аралашҡан кешеләрҙең тын юлына күпләп эләккән микробтарҙың бер өлөшө үпкәгә үк үтеп керә. Шулай булһа ла, күп кешенең организмы бирешмәй, сөнки аҡ ҡан тәнсектәре (лейкоциттар) микробты йоталар, эретәләр һәм юҡҡа сығаралар. Бындай күҙәнәктәрҙе фагоцит тип йөрөтөләр.

Туберкулез менән көрәшкәндә организмдың нерв системаһының әһәмияте ҙур. Нерв системаһы организмдың бөтә һакланыу механизмы менән идара итә.

Шулай итеп, туберкулез микробтарының сәләмәт кеше организмына үтеп кереүе төрлө нәтижәләргә килтерергә мөмкин. Беренсе осраҡта — туберкулез микробы таҙа кеше организмына үтеп керә, ләкин кешегә ауырыу йоҡмай, сөнки кеше организмының ҡаршы тороусанлығы инфекцияне еңә. Икенсе осраҡта — организм үтеп кергән миллионлаған туберкулез микробтарын тиҙ генә еңә алмай, кайһы бер микробактериялар иҫән ҡала. Әмма был осраҡта ла улар кешегә ауырыу туҙырмаҫҡа мөмкин, сөнки ҡан составындагы кальций тоҙҙары был микробактерияны төрөп алып тышса хасил итәләр һәм томалап ҡалдыралар. Өсөнсө осраҡта — тәндең сиргә ҡаршы тороусанлығы (иммунитеты) бик ныҡ кәмегән осраҡта, организмда туберкулез микробтары купләп үрсей башлайл һәм кеше сиргә бирешә. Сиргә ҡаршы тороусанлыҡ ғүмер буйына үҙгәрәп тора. Эскеселек, ныҡ арыуҙар, йыш аборт яһатыу, насар һәм тәртипһеҙ туҡланыу һ.б. ҙа туберкулез ауырыуының килеп сыгуына уңай шарттар тыуҙырусы сәбәптәр булып тора.

Туберкулез инфекцияһе организмда бармы-юҡмы икәнен Манту реакцияһы буйынса белеп була. Манту тигән һүҙ шул ысулды тәҡдим иткән автор исеменән алынған. Был ысулды мәктәптәрҙә, йәштәр уҡыған башҡа коллективтарҙа киң ҡулланалар. Һәм шуның нәтижәһенә ҡарап БЦЖ тип аталған прививкалар яһала. Беренсе мәртәбә БЦЖ прививкаһы бала тыуғас уҡ бала табыу йортонда яһала, һуңыраҡ, Манту реакцияһының нәтижәһенә ҡарап, яңынан ҡабатлана. БЦЖ прививкаһы профилактик сара булараҡ ҡулланыла.

Туберкулёз сиренең билдәлере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыу төрлөсә башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул һиҙҙермәй генә әкренләп башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин. Башҡа ауырыуҙарҙың да шундай уҡ билдәләре булыуы сәбәпле кеше уға әлләни иғтибар ҙа итмәй. Күп осраҡта туберкулез ауырыуы кинәт башлана: температура 38—39 градусҡа күтәрелә, хәлһеҙлек арта, йүтәл көсәйә, йүткергәңдә ҡаҡрыҡ килә башлай. Ауырыу кеше төндәрен тирләп уяна. Үпкә сиренең башланғыс осорында грипп, үпкә ялкынһынуы кеүек ауырыуҙар тип уйланыла. Туберкулез йыш ҡына ҡан төкөрөү менән дә башлана, ләкин башҡа ауырыуҙар ҙа, мәҫәлән, яман шеш, абцесс һ.б. ваҡытында да ҡан төкөрөү күҙәтелә.

Температура күтәрелеү — сирҙең беренсе симптомы. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әлләни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше әҙ генә хәрәкәтләнһә лә тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡлангас, ауыру кеше үҙенең шактай ябығыуын аңлай. Үпкә сирле кеше тиҙ тирләй. Тирләү кеше эш эшләгәнгә йәки көн эҫе булганға түгел, бәлки төндә йоҡлағанда, башлыса таң алдынан була. Тын ҡыҫылыу, үпкә ауырыуҙарының бар төрлөрөнә лә хас билдә булса ла, туберкулездың башланғыс осорында бөтөнләй һиҙелмәй ҙә, сөнки был осорҙа үпкә үҙенең резерв мөмкинлекләрен эшкә егә. Шулай ук, күкрәк ауырытуы ла баштараҡ бик һиҙелмәй. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөяге тирәһендә сәнсеү һизелә. Йүтәлләү туберкулез ауырыуына хас билдә.

Туберкулезды диагнозлау өсөн флюорография үтәләр.

Флюорография бер яктан ауырыуны башлангыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрле ауырыуларҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялһынһынуы, үпкә рагы, киста, яман булмаған шештәр һ. б.

Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туберкулез организмда анатомик һәм функциональ үҙгәрештәр китереп сығара. Үпкә туберкулезы менән ауырыған кешенең үпкәһе генә ауырыу тип ҡарап булмай, сөнки был сир бөтә организмдың ауырыуы. Шуға ҡарап дауаалау алымдары ла күп яҡлы һәм күп төрлө. Туберкулезға ҡаршы көрәштә дарыу менән дауалау төп урынды тора. Үпкә ауырыуын дауалауҙа хәҙерге ваҡытта хирургия методы ла киң ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Kumar, Vinay; Abbas, Abul K.; Fausto, Nelson; & Mitchell, Richard N. Robbins Basic Pathology — 8th. — Saunders Elsevier, 2007. — P. 516–522. — ISBN 978-1-4160-2973-1.
  2. Konstantinos, A (2010). «Testing for tuberculosis». Australian Prescriber, 33:12-18. http://www.australianprescriber.com/magazine/33/1/12/18/
  3. al.] edited by Peter G. Gibson ; section editors, Michael Abramson ... [et Evidence-based respiratory medicine — 1. publ.. — Oxford: Blackwell, 2005. — P. 321. — ISBN 978-0-7279-1605-1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]