10 июль
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2015 йыл |
10 июль — григориан стиле буйынса йылдың 191-се (кәбисә йылында 192) көнө. Йыл аҙағына тиклем 174 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- Багам Утрауҙары — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Мавритания — Армия көнө.
- Монголия — Дәүләт флагы көнө.
- Рәсәй — Хәрби дан көнө. Урыҫ армияһының 1709 йылдың 8 июлендә башланған Полтава һуғышында шведтарҙы ҡыйратыуы.
- Япония — Натто (соя борсағынан әҙерләнгән ашамлыҡ) көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1925 — Әхтәмов Хәсән Баһҙый улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1938 — Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы (Ғабдулла Амантай), күренекле башҡорт балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт, фольклор өйрәнеүсе; йәмғиәт эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы (Булат Ишемғол), башҡорт совет яҙыусыһы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Ғисмәтуллин Абдулла (Ғабдулла) Төхфәтулла улы, ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡорт халыҡ мәғәрифе комиссары, Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Дәүләтшин Ғөбәйҙулла Әхмәткирәй улы, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы. 30-сы йылдарҙа, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостандың халыҡ мәғарифын ойоштороуға, мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Вәлиулла Мортазин-Иманский, БАССР-ҙың халыҡ (1922) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) артисы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы (Төхфәт Йәнәби), башҡорт совет шағиры, яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 1938 — Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы, башҡорт йырсыһы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1929). Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 2007 — Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы, СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966), Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1982).
Йылдың көндәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
10 июль Викиһаҡлағыста? |